Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2022, 17:00

"Яҡындарыбыҙҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ”

Республикала Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм ихтирам күрһәтеү көнө булдырылғайны. Быйыл ул бөгөн үткәрелә.

"Яҡындарыбыҙҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ”
"Яҡындарыбыҙҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Дини лидерҙар менән кәңәшләшеп, республикала Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм ихтирам күрһәтеү көнөн булдырғайныҡ. Маҡсат – ҡыштан һуң кешеләр туғандары һәм яҡындары ҡәберҙәренә бара алһын, ерләнгән урындарҙы ипкә килтерһен. Был көндә зыяраттарға тиклем барыр өсөн транспорт бирәбеҙ, сүп-сарҙы сығарабыҙ, йыйыштырабыҙ.

Быйыл Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм ихтирам күрһәтеү көнө 30 апрелгә тура килде. Бөгөн зыяраттарҙа кеше күп. Был дөрөҫ, беҙ яҡындарыбыҙҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм именлек!”

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, ике йыл элек республикала Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм ихтирам күрһәтеү көнө раҫланды. Барлыҡ конфессия вәкилдәре 2 майҙы һайланы. Әммә 2022 йылда был көн Ураҙа байрамы менән тап килә, шуға 30 апрелгә күсерелгәйне.

Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: