Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2022, 23:00

Бөрөлә - бейеү флешмобы

"Бөгөнгө сәйәси хәл беҙҙе берләшергә, дуҫ булырға, боҙоҡ уйлы кешеләргә һыр бирмәҫкә өндәй".

Бөрөлә - бейеү флешмобы
Бөрөлә - бейеү флешмобы

Бөрө ҡалаһында күптән инде халыҡ бергә йыйылып май байрамдарын үткәргәне булмаған. Ә бөгөн барыһы ла  ҙур майҙанға йыйылып, Украиналағы махсус операцияла хәрби бурысын үтәгән һалдаттарға арнап "Беҙ бергә!" девизы аҫтында бейеү флешмобы ойошторған.

"Был ҙур сара ҡаланың урамдары буйлап үткән май демонстрацияһынан башланып китте. Бында ҡала һәм райондың хеҙмәт коллективтары, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ирекмәндәр ҡатнашты. Өс меңдән ашыу кеше Бөрөнөң үҙәгендә - Октябрь майҙанында бергәләшеп Рәсәй флагын күтәреп үтте. Аҙаҡтан был майҙанды бейеү флешмобы биҙәне. 350 кеше аҡ футболкалар кейеп Олег Газмановтың "Рәсәй йыры" аҫтында йәштәр бейеүен башҡарҙы. Әлбиттә, бөгөнгө сәйәси хәл беҙҙе берләшергә, дуҫ булырға, боҙоҡ уйлы кешеләргә һыр бирмәҫкә өндәй", - тип хәбәр итте Рәсәй Йәмәғәт палатаһы секретары, Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы Юлиә Заһитова.

"Беҙ бөгөн Октябрь майҙанына байрамды ҡаршыларға ғына түгел, ә ветерандарға, хеҙмәт кешеләренә рәхмәт әйтергә, спортта, уҡыуҙа һынатмаған йәштәргә ҡотлау һүҙҙәрен еткерергә йыйылдыҡ. Яҡташтарыбыҙ һәм үҫеп килгән быуын менән ғорурланабыҙ. Ул ғына ла түгел, бар илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ. Һеҙҙең түшегеҙгә "Za мир, труд, май", "Za Россию", "Za Президента" һүҙҙәре яҙылған георгий таҫмалары ла күпте һөйләй. Бөгөнгө бейеү флешмобы менән барыһына ла Рәсәй халҡының азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо өсөн берҙәм икәнлегебеҙҙе күрһәтергә теләнек", - тине Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талалов.

Фото: Бөрө районы хакимиәте.

Бөрөлә - бейеү флешмобы
Бөрөлә - бейеү флешмобы
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: