1 майҙы - хеҙмәткә дан йырлаған, яҙ кәйефе бүләк иткән сағыу байрамды Баймаҡ халҡы йыл да юғары кимәлдә үткәрә. Быйыл көндөң салт аяҙ, ҡояшлы тороуы ла тантанаға йәм өҫтәне.
Сара Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ауыл хужалығы йәрминкәһенән башланды. Артабан халыҡты район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары Фәнис Әминев, Радмир Иҫәнбаев, шулай уҡ ошо ойошмалар вәкилдәре тәбрикләне.
"1 май тыныслыҡ, теләктәшлек, хеҙмәткә ихтирам, тыуған төйәгеңә һөйөү, тоғролоҡ символы булып тора. Һәр кешенең дөйөм эшкә индергән өлөшө райондың, республиканың, тотош Рәсәйҙең үҫешен тәьмин итә. Беҙ ветерандарыбыҙҙың хеҙмәт ҡаҙаныштары менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, яңы һөнәрҙәр үҙләштергән, эшкә заманса алымдар индергән йәштәр өсөн ҡыуанабыҙ. Бергәләп иҡтисадты нығытыуға, урындағы тормош шарттарын яҡшыртыуға өлгәшербеҙ тип ышанам.
Беҙ – тарихи үткәнебеҙ һәм киләсәгебеҙ уртаҡ булған бер бөтөн халыҡ. Ватаныбыҙға ҡарата һөйөүебеҙ, берҙәм хеҙмәтебеҙ тыуған илебеҙҙең именлегенә хеҙмәт итһен! Тыныс күк йөҙө, яңы ҡаҙаныштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем", - тине сығышында Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Артабан хеҙмәт алдынғыларынан бер төркөмгә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Байрамды райондың Халыҡ ижады йорто хеҙмәткәрҙәре һәм һәүәҫкәр артистарының сағыу сығыштары биҙәне. Теләгәндәр спорт ярыштарында ҡатнашты. Сара кис Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ҙур концерт менән тамамланасаҡ.
Фото: Дмитрий Фадеев.