Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2022, 14:00

"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"

Өфөлә “Zа Мир! Труд! Май!” тип аталған ҙур митинг-концерт үтте.

"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"
"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"

Өфө ҡалаһының Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда республикабыҙҙың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында Яҙ һәм хеҙмәт байрамына арналған “Zа Мир! Труд! Май!” тип аталған ҙур митинг-концерт үтте. Сараны Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамында Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы ойошторҙо.

Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын дәүләт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт вәкилдәре, профсоюз лидерҙары сәләмләне һәм изге теләктәрен еткерҙе. Улар араһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, төбәктәге Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко ла булды. Сығыш яһаусылар 1 майҙың берҙәмлек, тыныслыҡ, мул тормош билдәһе булыуын, кешеләрҙе берләштереүен, үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыуын, теләктәшлекте арттырыуын билдәләне.

Сарала Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының 100 йыллығы уңайынан – күсмә Байраҡты, шулай уҡ “100 изге эш” акцияһына ярашлы күсмә вымпелды тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Байрамға танылған сәнғәт оҫталарының сығыштары йәм өҫтәне. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Геннадий Родионов, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Артур Шәрипов һәм Рим Рәхимов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Диана Ишниязова, “Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле, “Премьер” вокаль төркөмө, “Хазина” этно-проекты, “Зәйнетдин” проектының этно-шоуын халыҡ яратып ҡабул итте.

Был көндә Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы юристары теләгән һәр кемгә бушлай юридик консультация бирҙе.

Байрамға халыҡ бик күп килгәйне. Майҙан байрамса биҙәлгән, дәртле көйҙәр яңғырай, әләмдәр елберҙәй, һәр кем яҡшы кәйефтә. Мәҫәлән, Сәлимә һәм Мансур Килдеғошовтар байрамға ейәндәре Кинйәне лә алып килгән ине.

– Ғәжәп матур ғаилә байрамы бөгөн. Ейәнебеҙҙе үҙебеҙ менән алып килгәнебеҙгә ҡыуандыҡ, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Мансур Килдеғошов. – Шундай шәп концерт булды. Сағыу сығыштар кәйефте күтәрҙе, күңелдәрҙә илһөйәрлек тойғоһон, берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте. Сәнғәт оҫталары менән фотоға ла төштөк.

Айлина менән Самир Хәкимовтар – йәш ғаилә. Улар һөйләүенсә, республикабыҙ етәкселегенең төрлө байрамдарҙы даими ойоштороуы киләсәккә маҡсаттар билдәләү йәһәтенән отошло, уларҙа йәштәрҙең күп булыуы айырыуса ҡыуаныслы.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"
"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"
"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"
"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"
"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"
"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"
"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"
"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"
"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"
"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"
"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"
"Байрам берҙәмлеккә ынтылышты көсәйтте"
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в