Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2022, 16:00

"Ике ай эсендә 574 тонна ярҙам ебәрҙек"

Бөгөн Өфөнән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡы өсөн гуманитар йөк тейәлгән сираттағы колонна юлға сыҡты.

"Ике ай эсендә 574 тонна ярҙам ебәрҙек"
"Ике ай эсендә 574 тонна ярҙам ебәрҙек"
Бөгөн Өфөнән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡы өсөн сираттағы гуманитар йөк тейәлгән колонна юлға сыҡты.
 
Гуманитар конвойҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов шәхсән контролгә алды.
 
"Беренсе көндән үк Башҡортостан әүҙем ярҙам күрһәтә. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына бөгөн алтынсы гуманитар йөк тейәлгән колонна юлға сыҡты. Ике ай эсендә 574 тонна ярҙам ебәрҙек", - тине ул.
 
Башҡортостандың бөгөнгө гуманитар ярҙамы "Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам поезы" федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
 
Ярҙам поезы менән Башҡортостандан республикаларҙың емерелгән ҡала-ауылдарын тергеҙеү өсөн 60 тонна кәрәкле төҙөлөш материалдары ебәрелде.
 
Фото: "Башинформ".
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: