Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин сетерекле хәлгә тарыған: яҙыуынса, уның фотоһүрәтен кемдәрҙер үҙ мәнфәғәтендә ҡулланырға маташа.
Гәзиттә бирелгән ябыҡтыра торған препарат тураһында рекламала йырсының фотоһын биргәндәр ҙә аҫтына "Екатеринбургтан Борис" тип ҡултамға ҡуйғандар, ундағы текст "Ғүмер буйы һимеҙ булдым..." тип башлана.
"Шарлатандарға ышанып ҡуймағыҙ! Минең һимергәнем, артыҡ ауырлыҡтан ыҙаланғаным юҡ. Шулай уҡ әлеге препаратты ла ҡулланғаным булманы. Һеҙ мине беләһегеҙ. Күпте күргәнем бар, тик бындай хәл менән беренсегә осрашыуым", тип яҙа Ришат Төхвәтуллин.
Һуңғараҡ ул был хәлгә ҡарата шаяртып былай тип өҫтәй: "Бер ваҡыт ысынлап та ун килограмға ябыҡҡайным, тик был препарат ярҙамында түгел. Ниндәй генә (алдаҡсы) кеше юҡ был донъяла! Бористан сәләм!"
Фото: newsbash.ru