Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2022, 12:00

Стәрлебаштарҙың ышаныслы терәк-таяныстары бар

"Яҡташлыҡ көсө" республика форумынан һуң улар районда "түңәрәк өҫтәл" уҙғарып, артабан башҡараһы эштәр тураһында һөйләште.

Стәрлебаштарҙың ышаныслы терәк-таяныстары бар
Стәрлебаштарҙың ышаныслы терәк-таяныстары бар

Ошо көндәрҙә уҙған "Яҡташлыҡ көсө" йыйынында Стәрлебаш районы делегацияһы ла әүҙем ҡатнашты. "Атайсал - кесе Ватан" проектына ярашлы, яҡташтар булышлығында 43 проект уңышлы тормошҡа ашырылған һәм эш әле лә дауам итә. Тыуған төбәге яҙмышына битараф булмағандар берләшеп, районына биш миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән.

"Атайсал - кесе Ватан" республика форумында проектты үҫтереүгә күп көс һалған стәрлебаштарға - Башҡортостан профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Наил Мәхмүтовҡа, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Ҡарағош ауылы хакимиәте башлығы Роберт Туҡтаровҡа, Ямғырсы ауылы хакимиәте башлығы Фәнүр Кәримовҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Рәхмәт хаты тапшырылды.

Республика форумын дауам итеп, икенсе көн Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов "Атайсал" проектында ҡатнашҡан яҡташтар өсөн "түңәрәк өҫтәл" ойошторолған. Унда артабан тормошҡа ашырыласаҡ проекттар буйынса фекер алышҡандар. Рөстәм Камил улы яҡташтарға тыуған төйәген онотмағаны, даими ярҙам ҡулы һуҙғаны өсөн рәхмәт белдергән. Ысынлап та, "Атайсал" күптән түгел булдырылыуға ҡарамаҫтан, был проект нигеҙендә тормошҡа ашырылған эштәр бихисап: ауылдар төҙөкләндерелгән, тирә-йүн йәмләнгән, тәбиғәт тә яңы һулыш алғандай.

Мәҫәлән, Наил Мәхмүтов Г.М. Мәхмүтов исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Спорт – тормош нормаһы" тарихи комплекс күргәҙмәһен асыуға ҙур өлөш индергән. Ул башҡаларҙы ошо идея менән илһамландырып ҡына ҡалмаған, ә бөтөн сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алған. Ғөмүмән, Наил Мәхмүтов тыуған районына даими матди ярҙам күрһәтеп тора. Ауыр ваҡытта мөрәжәғәт иткән һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ул.

"Яҡташлыҡ көсө" республика форумында һәм район хакимиәтендә уҙғарылған "түңәрәк өҫтәл"дә Стәрлебаш районы Ҡуғанаҡбаш ауылында тыуып үҫкән, әле Салауат ҡалаһында йәшәгән "МСТ" йәмғиәте директоры Мансур Ғәлиев тә ҡатнашҡан. Уның ярҙамында тыуған төйәгендәге зыяраттың ҡоймалары алыштырылған. "Бөтә кәрәкле төҙөлөш материалдарына аҡса бүлде, ә беҙ өмә ойоштороп, ҡойманы алыштырып ҡуйҙыҡ", - ти ауылдаштары.

Кесе Ватаны тураһында Азат Арыҫланов та һис ҡасан онотмай. Уның Ишембай ҡалаһында үҙ мебель цехы бар. Тәтер-Арыҫлан ауылындағы балалар баҡсаһын үҙенсәлекле итеп йыһазландырған.

Дөйөм алғанда, Стәрлебаш районына ярҙам иткән меценаттар бик күп, урындағы халыҡ уларҙың һәр береһенә ҙур рәхмәт белдерә.

Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте. 

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: