Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май , 18:15

Яңы түләүҙәр тураһындағы указға ҡул ҡуйылды

"Һәләк булғандарҙың ғаиләһенә бер тапҡыр түләнгән пособие күләме – 7421000 һум. Бынан тыш, уларҙың ғаиләһенә тағы ла биш миллион һум өҫтәмә түләү буласаҡ".

Яңы түләүҙәр тураһындағы указға ҡул ҡуйылды
Яңы түләүҙәр тураһындағы указға ҡул ҡуйылды

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин яңы түләүҙә тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был аҡса Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйенләнгән.

Бынан алда хәбәр итеүебеҙсә, илебеҙ етәксеһе Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Именлек советының даими ағзалары менән уҙғарған кәңәшмәһендә Донбассты яҡлау буйынса махсус операцияла ҡатнашҡандарға биш миллион һум түләнәсәге тураһында белдергәйне. Тағы ла “хәрби операция ваҡытында яраланған хәрбиҙәргә өҫтәмә рәүештә өс миллион һум түләүҙе ҡарарға кәрәк” тигәйне.

"Һәләк булғандарҙың ғаиләһенә бер тапҡыр түләнгән пособие күләме – 7421000 һум. Бынан тыш, уларҙың ғаиләһенә тағы ла биш миллион һум өҫтәмә түләү буласаҡ", – тип тәҡдим итте Владимир Путин. Дәүләт башлығы бөгөн шул туралағы указға ҡул ҡуйҙы.

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас в