Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2022, 17:30

"Ҡыуанығыҙ, хыялланығыҙ, эшләгеҙ!"

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан халҡын 1 май байрамы менән ҡотланы.

"Ҡыуанығыҙ, хыялланығыҙ, эшләгеҙ!"
"Ҡыуанығыҙ, хыялланығыҙ, эшләгеҙ!"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сәхифәһенән:

"Бөгөн бөтә ил Яҙ һәм хеҙмәт байрамын билдәләй. Шул уңайҙан Башҡортостан халҡын ҡотлап, именлек теләйем.

Теүәл 120 йыл элек, 1902 йылда, Өфө эшселәре беренсе тапҡыр халыҡ-ара хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө билдәләгән. Социал-демократтар Ағиҙел йылғаһы ярында май байрамдарын үткәрә, унда айырыуса тимер юл оҫтаханалары эшселәре күп була. Әлеге байрам ҡасандыр илле генә кеше ҡатнашлығында уҙғарылып,  1917 йылдарҙағы байрам демонстрацияһында илле меңгә тиклем барып етә!

Яҙ һәм хеҙмәт байрамын үткәреү үҙе бер матур йолаға әйләнде. Бөгөн Өфөлә бөтә ҡала фонтандарын эшләтеп ебәрҙек. Кискә ҡарай "Фонтандар фестивале" үткәреләсәк. Профсоюздар йорто алдында башҡорт эстрадаһы артистарының сағыу сығыштары көтөлә.

Хөрмәтле Башҡортостан халҡы, ҡыуанығыҙ, хыялланығыҙ, эшләгеҙ! Был бит тормоштоң иң ҙур шатлығы: "Тыныслыҡ! Хеҙмәт! Май!" - тип яҙҙы Премьер-министр.

Фото А. Назаровтың сәхифәһенән.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: