Күҙ алдына килтерегеҙ: ябай аҙыҡ-түлек магазинына килеүегеҙгә ҙур питон йылан осраһын әле. Стәрлетамаҡтар иһә үҙ күҙҙәре менән күргән. Бында стеллаждар аҫтына ҙур йылан инеп йәшенгән.
Ә бынан алда уны супермаркетҡа иҫерек хужаһы муйынына һалып килтергән булған. Тик питондың эскән хужаһы менән эш иткеһе килмәгән, күрәһең, ул шыуып төшкән һәм кәштәләр аҫтына ҡасҡан.
Әйткәндәй, йыландың исеме лә билдәле – Ева. Кәштәләр аҫтына ҡасҡан йәнлекте тап ошо ҡушаматы менән саҡырырға тырышҡан ир. Магазинда эшләгән кешеләр ирҙе туҡтатып ҡараған, тик ул тыңламаған: иҙәнгә ятып ҙур йыланын саҡырған һәм һөйрәп сығарырға маташҡан.
Аптырағас, персонал башҡа кешеләрҙе магазиндан сығарған һәм полиция саҡырырға мәжбүр булған. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итә.
Һөҙөмтәлә, урынға полиция килә һәм тауыш ҡуптарған йылан хужаһын ҡулға ала. Аҙағыраҡ йыланды ла һөйрәп сығаралар.
Фото: "Моя Уфа" порталы.