+21 °С
Болотло


Кемдер бер аҡҡошҡа атҡан. Тоғро пары һөйгәнен ташлап китмәгән, эргәһендә ултыра. Моғайын, изге йәндәр ярҙам итеренә ышаналыр.
“Фотолар тәфтишсегә ебәрелде. Яралы аҡҡошто ҡотҡарыр өсөн кемгә мөрәжәғәт итергә була икән?” – тип яҙалар “Ирәндек совхозы” төркөмөндә. Тиҙ арала ветеринар ярҙам күрһәтелһен ине.