Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2022, 13:30

Был хәл Баймаҡ районында Ураҙа байрамы көнөндә була

"Беҙ Сибайға ҡайтып килә инек. Юл ситендә ике егеттең батҡаҡлы ерҙән нимәнелер сығарырға маташҡанын күреп ҡалдыҡ. Машинаны туҡтаттыҡ. Беҙҙән һуң тағы ике автомобиль туҡтаны. Баҡһаң..."

Был хәл Баймаҡ районында Ураҙа байрамы көнөндә була
Был хәл Баймаҡ районында Ураҙа байрамы көнөндә була

Сибай-Асҡар, Сибай-Баймаҡ-Темәс юлында аттарҙың йөрөүенә автомобиль йөрөтөүселәр күптән күнегеп бөткән инде. Юлға ҡапыл килеп сығып, авариялар һанын арттырһындармы йәки ҡарҙа, батҡаҡта ҡолонлап торһондармы - барыһын да осратырға мөмкин. Сираттағы ваҡиғаның шаһиты А.Ф. яҙыуынса, был хәл Баймаҡ районында Ураҙа байрамы көнөндә була.

"Беҙ Сибайға ҡайтып килә инек. Юл ситендә ике егеттең батҡаҡлы ерҙән нимәнелер сығарырға маташҡанын күреп ҡалдыҡ. Машинаны туҡтаттыҡ, беҙҙән һуң тағы ике автомобиль туҡтаны. Баҡһаң, ҡолон  батҡан булған. Күмәкләп малҡайҙы ҡотҡарғас, яҡындағы ауылға илтеп ҡуйырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Егеттәрҙең береһе яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, юл ыңғайы ҡолондо ҡалдырып китергә булды. Сөнки беҙгә икенсе яҡҡа ине. Битараф булмаған кешеләрҙең күп булыуы һоҡландырҙы.

Күрәһең, йәш бейә тәүгә ҡолонлаған, шуғалыр ҡолонсаҡ хәле булмай, батҡаҡҡа батҡас, уны ҡалдырып киткән", - тип яҙған үҙенең социаль селтәрендә А.Ф.

Изге көндә изге ғәмәлдәр башҡарған изге күңелле егеттәргә рәхмәт!

Фото: "Башинформ"

Был хәл Баймаҡ районында Ураҙа байрамы көнөндә була
Был хәл Баймаҡ районында Ураҙа байрамы көнөндә була
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в