Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май , 20:00

Хәрби Дан музейында - "Батырлыҡ дәресе"

Төньяҡ флот делегацияһы йәш быуын вәкилдәре менән осрашты. 

Хәрби Дан музейында - "Батырлыҡ дәресе"
Хәрби Дан музейында - "Батырлыҡ дәресе"

Хәбәр итеүебеҙсә, 3 майҙа Өфөгә Төньяҡ флот делегацияһы килде. Улар – Төньяҡ флот командующийы урынбаҫары, контр-адмирал Игорь Курочкин етәкселегендәге контракт буйынса хеҙмәт иткән офицерҙар, мичмандар, хәрбиҙәр баш ҡалабыҙҙың патриотик ойошмалары, инфраструктураһы менән таныша.

Бөгөн делегация вәкилдәре Еңеү паркының мемориаль комплексында булды, Республика Хәрби Дан музейында йәш армиясылар һәм кадет кластарында тәрбиәләнгәндәр өсөн “Батырлыҡ дәресе” үткәрҙе. Игорь Курочкин Төньяҡ флоттағы хеҙмәт тураһында һөйләне, үҙенең хәрби юлы хаҡында ла әйтеп үтте.

“Мин Североморскиҙа тыуып үҫтем, унда мәктәпте тамамланым һәм Ҡурғандағы училищеға уҡырға индем. Шунан Төньяҡ флотҡа хеҙмәткә ебәрелдем, - тип бәйән итте контр-адмирал. - Артабан Балтика һәм Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итергә тура килде. Һуңынан йәнә төньяҡҡа әйләнеп ҡайттым”.

Кадеттар һәм йәш армиясылар хәрби хеҙмәттә көн тәртибе, офицерҙарҙың яратҡан предметтары, һауа шарттары, флот составы һ.б. тураһында һорауҙар бирҙе. Контр-адмирал Игорь Курочкин уҡыусыларға иҫтәлеккә Төньяҡ флоттың фирма календарын тапшырҙы.

Делегация вәкилдәре билдәләүенсә, корабль – ҙур организм, унда бик күп функциялар, бурыстар бар. Бер карапта 1500-ҙән ашыу кеше хеҙмәт итә.

Осрашыу һуңында Төньяҡ флот вәкилдәре, кадеттар, йәш армиясылар Республика Хәрби Дан музейы экспозициялары менән танышты, Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәренә, һәләк булған моряктар хәтеренә булдырылған стелаға сәскәләр һалды.

Музейҙың дөйөм фондында 14 500-ҙән ашыу экспонат бар. Улар иҫәбенә һалҡын ҡорал коллекцияһы, һуғышта ҡатнашҡандарҙың шәхси әйберҙәре, хәрби наградалар, трофейҙар, фронт көндәлектәре, хаттар инә.

“Балалар Ватанды һаҡлау юлын һайлағандар менән туранан-тура аралашһын өсөн майҙансыҡтар булдырыу мөһим. Уҡыусыларҙың ҡунаҡтар менән ҡыҙыҡһынып аралашыуын күрәбеҙ. Быйыл Башҡортостандың хәрби-патриотик хәрәкәттәре егеттәре менән бергә яуап сәфәре менән Североморскиға барырға йыйынабыҙ. Беҙҙә “Иван Грен” карабы менән шефлыҡ бәйләнештәре тураһында килешеү бар. Киләсәктә беҙҙең хәрби-патриотик клубтарҙың һәм хәрәкәттәрҙең егеттәре даими нигеҙҙә флотҡа килеп, көнкүреш һәм хәрби хеҙмәт менән таныша алһын өсөн Төньяҡ флоттың башҡа караптары менән дә үҙ-ара эшмәкәрлекте киңәйтеү күҙаллана", – тине Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Делегация составында Өфөгә Төньяҡ флоттың “К-21” хоккей командаһы ла килгән.

“Төньяҡ флотта хоккей уйнарға яраталар, ике тиҫтәнән ашыу команда булдырылған”, – тине Игорь Курочкин.

Североморск һәм Башҡортостан командалары араһында хоккей буйынса иптәштәрсә уйын 5 майҙа үтә.

Билдәле булыуынса, 2020 йылда Башҡортостан Хөкүмәте менән “Иван Грен” ҙур десант карабы экипажы араһында шефлыҡ бәйләнештәре тураһында килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, республика лайыҡлы кандидаттарҙы һайлап алып, суднола хеҙмәт итеү өсөн контракт буйынса ебәреүгә булышлыҡ ҡыла.

Фото: mgazeta.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в