Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2022, 13:00

“Ҡасан үҙем өсөн йәшәп ҡалырмын?..”

Былтыр көҙҙән алып  бөгөн беренсе тапҡыр баҡсаһына килгән Сәлимәнең кәйефе бөтөнләй юҡ: кисә ғүмере буйы өрмәгән ергә ултыртмай, күҙ нуры кеүек һаҡлап йөрөткән берҙән бер ҡыҙы Наҙгөлө тамам аптыратты...

“Ҡасан үҙем өсөн йәшәп ҡалырмын?..”
“Ҡасан үҙем өсөн йәшәп ҡалырмын?..”

Былтыр көҙҙән алып  бөгөн беренсе тапҡыр баҡсаһына килгән Сәлимәнең кәйефе бөтөнләй юҡ: кисә ғүмере буйы өрмәгән ергә ултыртмай, күҙ нуры кеүек һаҡлап йөрөткән берҙән бер ҡыҙы Наҙгөлө тамам аптыратты, уның һүҙҙәре йөрәген ҡаты яраланы. “Йүнһеҙ өләсәй һин!” – ти бит әле! Ә мин әле һаман бары уның һәм ғаиләһенең имен, бәхетле тормошо өсөн тырышам”, - тип һөйләнде һәм баҡсаға йөкмәп килтергән ҙур сумкаһын өҫтәл эргәһенә ҡуйҙы...

Һис еңел булманы тормошо Сәлимәнең, әммә үҙен ул барыбер бәхетле һанай. Әле – хаҡлы ялға сығып, ниһайәт, үҙе өсөн дә бер аҙ йәшәп ҡалырға тип уй-ниәтләп йөрөгән сағы, тик бына әлеге лә баяғы ҡыҙы йәнә кәйефен төшөрҙө. “Альбинам тыуғас, үҙен  атай-әсәй ярҙамынан тыш аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Өләсәй-олатайҙар йыраҡта йәшәгәс, бушҡа бимазаламаныҡ. Ирем хәрби булһа ла, тегендә-бында күсеп йөрөһәк тә, барыһына ла өлгөрөргә тырыштым, кемдәндер нимәлер көтмәнем...” Бына ошонда уйҙар “бырауланы” Сәлимәнең башын, уларҙан арынырға тырышһа ла, һис килеп сыҡманы, әленән-әле ғәзиз балаһының әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө.

Аңларлыҡ та шул уның хәлен: ҡыҙына тиҙҙән 40 тула. Бер ҡайҙа ла эшләмәһә лә, дуҫтары менән бергәләшеп байрам итеү, ҡайҙалыр сәйәхәт итергә теләге бик ҙур. “Эшләгән ваҡытта ла бер тапҡыр, исмаһам, әсәйем арып ҡайтты, өйҙә - тағы сирле атайым, уларға ярҙам итергә кәрәк”,  - тип уйлап бирҙеме икән?! Юҡ, әлбиттә, өҫтәүенә, бөгөн: “Кейәүең ике аҙна ялын алған, иртәгә кис балаларҙы һеҙгә килтерәм, диңгеҙ буйына ял итеү өсөн барырға ҡарар иттек”, - тип йәнемде өтә”, - тип үҙенең уй-кисерештәрен баҡса уртаһындағы алмағасҡа һөйләгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. “Бына хәҙер ошо көнгә ҡалдыммы: уйҙарымды алмағас менән бүлешәм, - тип аптырап уйлап алды ҡатын. – “Эгоист!” – ти бит әле! Нисек уның ошолай тип әйтергә теле бара?! Әсәй булараҡ уға һәр йәһәттән ярҙам итергә тырыштым, бына тигән юғары уҡыу йортона инергә ярҙам итеп тә шуны ла тамамлай алманы! Ана хәҙер уның тиңдәштәре әллә ҡайҙа эшләп йөрөй, һәр хәлдә ата-әсәһен ярҙам  һорап бимазаламайҙар...”

Ғәҙәттә, баҡса килгәс үк ҡатын шифалы, тәмле бал менән төрлө үләндәрҙән яһалған сәй эсеп алыусан, тик бөгөн уның самауырын шыжлатып алырға ла кәйефе юҡ ине. Ҡулына ла бер ниндәй эш барманы, нисек кенә тырышһа ла, анау түтәлдәрендәге сүп үләндәрен утарға ла күңеле төшмәне. “Хәлдәр былай барһа, нимә эшләргә икән?! Мин дә мәңгелек түгел, атаһы ла ана хәҙер түшәктә. Артабан беҙһеҙ нимә эшләр? Ҡасан үҙаллы йәшәй башлар? Бер тапҡыр баш тартҡайным, ҡырҡ һүҙгә етте бит! Ярай, ваҡыты еткәс, аңлар. Һәр хәлдә кейәү үҙе аңлаған кеүек, балаларын бергә алмаҡсы, тик бына ҡыҙым ғына уларһыҙ ял итергә теләй. Ә бит тап әлеге ваҡытта бәләкәстәр менән бергә булырға кәрәк. Уларҙың ғүмерҙәренең иң матур мәле...”

Ҡасандыр ире менән бергәләп һалған йорт уртаһы эргәһендә былтыр ултыртылған күп йыллыҡ сәскәләренә күҙ һалмаҡсы булды Сәлимә.  “Әлдә һеҙ бар! Ана бит һалҡын ҡышҡа, ҡалын ҡар ҡатламына, көслө ел-дауылға бирешмәйенсә, баш ҡалҡытҡандар. Ҡыҙыл ләләрем дә сәскә атырға йыйына. Ярай, тормош дауам итә, барыһы ла көйләнер, яҡшы булыр, иртәгә көн бигерәк тә... Ейәнсәр менән ейәнем дә бер көндө: “Өләсәй менән олатайыбыҙ шәп”, - тип һөйләнә ине. Әле өмөт бар, барыһы ла яҡшырыр ...” – тип, уйлап алды ла ҡатын башкөллө эшкә сумды...

Фото: darmaga.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: