Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2022, 15:15

Ирекмәндәр гуманитар ярҙам тапшырҙы

Ирекһеҙҙән күсеп килгәндәр “Элемтәсе” лагерында урынлаштырылғайны.

Ирекмәндәр гуманитар ярҙам тапшырҙы
Ирекмәндәр гуманитар ярҙам тапшырҙы

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәге ирекмәндәре Луганск һәм Донецк халыҡ Республикаларынан ирекһеҙҙән күсеп килгәндәрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына гуманитар ярҙам – шәхси гигиена саралары һәм балалар өсөн китаптар тапшырҙы.

“Беҙ тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙарҙы – көнкүреш химияһын, яңы кейем-һалым, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек әҙерләнек. Теләге булған һәр кеше баш ҡаланың Цюрупа урамындағы 17-се йортта урынлашҡан штабҡа гуманитар ярҙам тапшыра ала”, – тине “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге координаторы Раил Әҙиәтуллин.

Уның әйтеүенсә, ирекһеҙҙән күсеп килгәндәргә партия 700 килограмға яҡын гуманитар ярҙам һәм 900 самаһы китап тапшырҙы. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан килгән кешеләрҙе Өфөләге “Элемтәсе” шифахана-һауыҡтырыу лагерында урынлаштырҙылар. Һәр бүлмәлә һыуытҡыс, эсәр һыу, телевизор, Wi-Fi, ванна һәм санузел бар. Коронавирусты иҫкәртеү маҡсатында лагерь тулыһынса дезинфекцияланған.

Әйткәндәй, гуманитар ярҙам “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәгенән тыш, “Берҙәм Рәсәй” партияһының 63 урындағы бүлексәләрендә лә ҡабул ителә.

Фото: bashkortostan.er.ru

Ирекмәндәр гуманитар ярҙам тапшырҙы
Ирекмәндәр гуманитар ярҙам тапшырҙы
Ирекмәндәр гуманитар ярҙам тапшырҙы
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: