Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май , 22:00

Рөстәм Нәбиев ныҡ үкенә...

"...Тик был турала атайымдың үҙенә бер тапҡыр ҙа әйтмәнем. Әле яҙам, ә күҙҙәремдән туҡтауһыҙ йәш аға..."

Рөстәм Нәбиев ныҡ үкенә...
Рөстәм Нәбиев ныҡ үкенә...

Бөгөн ауыр яңылыҡ тураһында хәбәр иткәйнек: билдәле блогер Рөстәм Нәбиевтең атаһы вафат булып ҡалған. Был турала ул үҙе телеграм-каналында хәбәр иткәйне. Бөгөн мәрхүмде тыуған ауылында ерләгәндәр. Әле яҡташыбыҙ атаһы тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашыуын дауам итә. Унан өҙөктәрҙе һеҙгә лә еткермәксебеҙ.

“Атайым тураһында күп яҙғанға ғәфү итегеҙ инде. Бында инеп комментарийҙарҙы уҡып сыҡһам, еңелерәк булып ҡала. Үлеменә һаман ышана алмайым. Атайымды ебәреүе бик ауыр. Элегерәк бик шәп аралашмаһаҡ та, ул һәр ваҡыт минең өсөн атай булды. Уны ярата инем. Тик был турала үҙенә бер тапҡыр ҙа әйтмәнем. Хәҙер ныҡ үкенәм. Ғорур булғанмындыр инде. Бәлки ошо һүҙҙәрҙән уның йөрәгенә еңелерәк булыр ине...

Нимәгә шатланам, һуңғы йыл ярымда мөнәсәбәттәре яйға һалып өлгөрҙөк. Алина ла, атайым, минең менән дуҫлашҡас, тынысыраҡ булып ҡалды, ти ине. Ә былай ҡапыл ҡыҙып китеүсән булып йөрөгән. Ейәнсәрҙәрен күреп өлгөрҙө. Уларҙың олаталарын нисек яратҡанын белһәгеҙ икән! Гел янына барғылары килеп торҙо. Ул ысын, ихлас ине.

Әле күңелемдә бушлыҡ. Барыһы ла көтмәгәндә булды. Кемдән кемдән, тик унан быны көтмәгәйнек. Күп нәмәгә өлгөрмәнем. Күпте әймәнем, күпте эшләмәнем. Әле яҙам, ә күҙҙәремдән туҡтауһыҙ йәш аға. Атайымды ныҡ һағынам.

Ул тыныс киткәндер тип ышанғы килә, сөнки һуңғы ваҡыт беҙ ысын ғаилә инек”, – тип яҙҙы блогер. 

Рөстәмдең оло ҡыҙы София олатаһының юҡлығын аңлап етә алмай, уны көтөүен дауам итә... 

Фото: dragon-news.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в