Омскта хәрби казарма емерелгән саҡта мөғжизә менән иҫән ҡалған, ике аяғынан яҙған көслө рухлы яҡташыбыҙ, билдәле блогер Рөстәм Нәбиевтең атаһы вафат булған.
Был ауыр яңылыҡты Рөстәм Нәбиев шәхси телеграм-каналында хәбәр иткән.
Унда түбәндәге юлдар бар:
– Ғәфү ит, атай, бик күп һүҙҙәрҙе әйтеп өлгөрмәнем һәм һин бик күпте күрмәйәсәкһең... Илайым.
Ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашыусыларға рәхмәт. Көтмәгәндә бына шулай килеп сыҡты... Бөтөнләй ышанғым килмәй. Бөгөн иртән генә һиңә шул тиклем шылтыратҡым килгәйне... шылтыратманым. Ниәттәрегеҙҙе бер ваҡытта ла кисектермәгеҙ - аҙаҡ үтә һуң булыуы ихтимал, - тип яҙған Рөстәм шәхси сәхифәһендә.
Блогер әйтеүенсә, атаһының йөрәк менән проблемалары булған.
Рөстәм Нәбиевтең һәм уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото блогерҙың шәхси телеграм-каналынан.