Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2022, 10:30

Зәйтүнә инәйҙе "ғәфү иттем"....

”Белмәйем, ниңә улай ҡыйланғанмындыр инде, ә һин күпме аҡса түккәнһең, оят...” – ти инәй.  “Ә ҡасан һуң тыуған көнөгөҙ? - мин аптырауға төштөм. “5 февралдә ине, балаҡайым. Ҡыҙым эштә булғас, иҫенә төшөрөп, маҙаһына тейеп тормағайным..."

Зәйтүнә инәйҙе "ғәфү иттем"....
Зәйтүнә инәйҙе "ғәфү иттем"....

Бер аҙна элек эшһеҙ ҡалдым, ҡотлаһағыҙ ҙа була... Шаяртам, әлбиттә, ҡотларға ла, йәлләргә лә кәрәкмәй мине. Эш бит юғалтырға аҡса янсығы түгел, “хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартабыҙ”, тигән булып, эшһеҙ ҡалдырҙылар. Тураһын  әйткәндә, ҡыҫҡартып дөрөҫ эшләйҙәр, беҙҙең бүлектә көнө буйы ҡыл да ҡыбырҙатмаған  эшем эйәләре күбәйеп китте. Үҙемде ул иҫәпкә индермәйем, әлбиттә, ни эшләйһең, бер ыңғайҙан миңә лә ҡағылды үҙгәрештәр.

 Иртән тороп ултырҙым да эшкә барырға түгеллеген иҫкә төшөрөп, кәйефем төштө. Мин бит эшһеҙ! Бер ҡайҙа ҡабаланырға кәрәкмәй, мин ирекле! Киттем  баллап-майлап сәй эсергә...

Бер аҙналай ваҡыт шулай иңке-тиңке йөрөп үтте.  Эш тә, шылтыратып хәл белешкән кеше лә юҡ. Кисен урамға сыҡҡанда күршем Наилә ханым тап булды. “Әсмә, эшкә урынлаша алдыңмы?” – тигән һорауы менән күңелде ҡырырға өлгөрҙө. “Юҡ шул әле”, тип әйткәнемде ишетеү менән ҡанатланып киткәндәй булды. “Ҡара әле, Әсмә, риза булһаң бер эш бар...”, – тип ашыға-ашыға аңлата башланы.  Танышы  йығылып яурынбашын  һындырған әсәһен  үҙе эштә саҡта тәрбиәләп торорға  кеше эҙләй икән. ”Ярты йылға. Был ҡәҙәр ваҡыт эсендә күңелеңә ятҡан эш тә табырһың, моғайын. Ризалаш, күрше”, – ти.

Ә ниңә ризалашмаҫҡа? Эштең ояты юҡ. Мине ҡарсыҡтың ҡыҙы, фән менән шөғөлләнгән   Ғәлиә ханым ҡаршыланы.  Һөйләне, аңлатты, күрһәтте... Ризалаштым, Зәйтүнә инәйгә лә оҡшаным шикелле. Көн һайын ваҡытында киләм, йыйыштырам, ашарға әҙерләйем, аҙаҡ һыу процедуралары башлана.    Һуңғараҡ күңелһеҙ була башланы, былай ярамай, нимәлер уйлап табырға кәрәк, тип уйлайым. Көнө буйы түшәктә ятҡан кешегә айырыуса ауыр ҙа баһа.

–Зәйтүнә инәй, ниндәй йырҙар беләһең? Йәш сағыңда матур йырлағанһыңдыр ул, тауышың әле лә көр, – тигән булам.

–Йырламаған  ҡайҙа ти ул! Үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөнөк, концерттар ҡуйҙыҡ клубта...

–Әйҙәгеҙ, улай булғас, йәшлегегеҙҙе иҫкә төшөрәйек әле.  Хәҙер сәй ҡуям да, табын артында йырлашырбыҙ!

Инәйгә һуңғы ваҡытта хәрәкәтләнергә ҡушҡайнылар, яйлап, шыуышып тигәндәй кухняға килеп еттек.

–Йә, ниндәй йырҙан башлайбыҙ?

–Эй, мин онотоп бөткәнмен бит инде, –тигән була.

–Ярар, ярар, “хаҡығыҙҙы күтәрмәгеҙ”, беләбеҙ ниндәй йырсы икәнлегегеҙҙе,– тип, үҙем йырҙар китабын аҡтарам. 

Мин атаған йырҙарҙың бөтәһен дә тиерлек Зәйтүнә  инәй белә икән.   Аҙаҡ ул тартыныуын онотоп, үҙе яратҡан йырҙарҙы көйләй башланы.  Хатта  йөҙҙәре йәшәреп, балҡып киткәндәй булды. Тормошта осраған ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар ҙа ситтә ҡалманы, инәй менән яҡынайып киттек.

Карауатына оҙатып ҡуйғас, ул һорай ҡуйҙы:

–Иртәгә киләһеңдер ул, ҡыҙым?

–Әлбиттә, иртәгә йома бит, киләм.

–Яҡшы, улайһа. Ә нисәһе? 5 апрель? Иртәгә минең тыуған көнөм дә баһа!

–Ҡалай шәп! Байрам яһайбыҙ, былай булғас... Репертуарығыҙҙы әҙерләгеҙ,–тип шаяртам үҙем.

 Иртәгәһенә юл ыңғайы кәнфит,  торт, һуттар алып, яңы таныштарым йортона ашыҡтым.   Ғәҙәттәгесә бөтә процедураларҙы башҡарғандан һуң мин  байрам табыны ойошторорға тотондом. Ә инәй өндәшмәй, шым ғына минең яҡҡа күҙ һала. “Сабый бала кеүек тыуған көнөнә мөғжизә көтә торғандыр”, тип уйлайым. Табын матур ғына килеп сыҡты, шатландырайым әле инәйҙе... Яйлап ҡына ҡултыҡлашып кухняға килеп еткәс, Зәйтүнә инәй аптырап китте. “Быларҙың барыһын да һин алдыңмы?”– ти.

–Һеҙҙең тыуған көн бит! Иҫтә ҡалырлыҡ итеп билдәләйәсәкбеҙ!– тим.

Теләктәр әйтелде, йырҙар йырланды, ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәнек. “Дүшәмбегә тиклем, Зәйтүнә инәй!”– тип хушлаша башлағайным, инәй ҡулымдан тотоп туҡтатты.”Ҡыҙым, һин мине ғәфү ит инде. Бөгөн тыуған көнөм тип, алдаттым бит һине...”– ти. “Нисек алдаттығыҙ?”– тип аңлай алмайым.”Белмәйем, ниңә улай ҡыйланғанмындыр инде, ә һин күпме аҡса түккәнһең, оят...”– ти инәй.  “Ә ҡасан һуң тыуған көнөгөҙ?” “5 февралдә ине, балаҡайым. Ҡыҙым эштә булғас, иҫенә төшөрөп, маҙаһына тейеп тормағайным. Эй, минең йәштә тыуған көн билдәләйҙәрме ни? Ғәфү ит инде, Әсмә ҡыҙым,”– тип ҡулын һелтәне.

Мин инәйҙең  ныҡ борсолғанын күреп торам,  йыуатыу һүҙҙәрен эҙләйем.

–Һеҙ февралдә тыуған көнөгөҙҙө  билдәләмәгәнһегеҙ, эйе бит? Эйе! Бына бөгөн ул хатаны төҙәттек. Ғәфү үтенергә кәрәкмәй, барыһын да дөрөҫ эшләнек, һуң булһа ла, уң булһын!

Инәйгә йән инде, йылмайып ебәрҙе:

–Эйе шул, бик күңелле үткәрҙек был көндө.

–Дүшәмбегә тиклем! Йырланмаған йырҙарыңды барлай тор, Зәйтүнә инәй!

Инәй ризалығын белдереп, баш ҡаҡты...

Фото:attuale.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: