Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2022, 09:00

Ҡайным мине мылтыҡ тоҫҡап ҡаршы алды...

Иплә-ә-ә-әп кенә өйҙөң ишеген астым да башымды ҡалҡытып ҡарағайным ғына... Ишек төбөндә тубығына тиклем сәскәле трусик кейеп, ҡулына мылтыҡ тотҡан егетемдең атаһы баҫып тора. "Стоя-я-я-ят-т-т-ть-ь!" - тип килеп тороп ҡысҡырып ебәрмәһенме.

Ҡайным мине мылтыҡ тоҫҡап ҡаршы алды...
Ҡайным мине мылтыҡ тоҫҡап ҡаршы алды...

1999 йыл. Ҡыш көнө урам буйлап йөрөп өшөнөк, тыш һыуыҡ килеп тороп. Ярай, пока, тип ҡайтып китһәк булмай микән, юҡ тағылышып йөрөп ятабыҙ.
Шулай йөрөп яттыҡ та егетем әйтә: "Әйҙә, минең атай менән әсәй йоҡлаһа, беҙҙең өйгә инеп ултырайыҡ, минең бүлмә ишек төбөндә генә, улар хырылдашып тороп йоҡлай, беҙҙең ингәнде ишетмәйҙәр, эргәләрендә йырлап торһаҡ та, уянмайҙар ул," – ти.

Хәҙер ынтыла-ынтыла өйҙәренең тәҙрәләрендә ут һүнгәнен ҡарап йөрөйбөҙ. Бер заман һүнде. Беҙ ҙә ике алйот, кешенең башы яҫтыҡҡа терәлеү менән йоҡлап китмәй бит инде. Ут һүнеүе булды, йүгерҙек өйгә ҡарай. Хәҙер теге джентльмен мине алдан үткәреп, соланға инеп киләбеҙ. Ҡул, аяҡ өшөгән-туңған.

Иплә-ә-ә-әп кенә өйҙөң ишеген астым да башымды ҡалҡытып ҡарағайным ғына... Ишек төбөндә тубығына тиклем сәскәле трусик кейеп, ҡулына мылтыҡ тотҡан егетемдең атаһы баҫып тора. "Стоя-я-я-ят-т-т-ть-ь!" - тип килеп тороп ҡысҡырып ебәрмәһенме.

Икәүләп дөбөр-шатыр, эләгә-тәгәрәй сығып ҡастыҡ. Минең джентльмен алдан, мин – арттан. Ҡыуып етеп булһасы. Мине лә еткермәй ҡасып барасы... Әллә аръяҡ урамды үткәнсе йүгерҙек. Өшөү ҡайғыһы китте, тирләп-бешеп барып туҡтаныҡ та эй көләбеҙ, эй көләбеҙ. Кире өй тирәһенә барып торманыҡ, урам буйлап йөрөнөк-йөрөнөк тә ҡайтып киттек.

Иртәгәһенә егетем: "Атай ғәфү үтенде, ул мине егеттәр менән инеп килә тип уйлап, ҡурҡытырға булған, әйҙә, хәҙер барайыҡ, саҡыра," – ти. "Ю-ю-ю-ю-юҡ, кисәгенән бирле һаман тубыҡ ҡалтырап тора", – тип ҡабат барып торманым. Бына шулай танышалар ҡайһы бер кешеләр егеттең ата-әсәһе менән...

"Бәйләнештә" социаль селтәрендә бер ҡатындың һөйләгәндәренән.

Фото fishki.net

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: