Һуңғы ваҡытта Донбасста, ғөмүмән, Украинала барған хәл-ваҡиғалар хәҙерге тормошта үҙәк урында тора. Донъя сәйәсәтендә хәлдәр ҡатмарланған осорҙа Рәсәйҙең Донецк менән Луганск халыҡ республикаларының үҙаллылығын таныуы, күп йылдар буйы уларға гуманитар ярҙам күрһәтеү, ә граждандарын геноцидтан һәм юҡ итеүҙән һаҡлау илебеҙҙең дәүләттәр араһында тыныслыҡ өсөн көрәшеүен дәлилләй.
Рәсәй әле генә түгел, һәр ваҡыт был ерҙәр халҡына ярҙам итеп килде. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул биләмәләр оккупацияға дусар ителә. Ҡыҙыл Армия азат иткәс, хужалыҡты тергеҙергә кәрәк була. Шунда бөтә ил, уның һәр төбәге Донбассҡа, Украинаға ярҙамға килә.
Дошмандан азат ителгән өлкәләргә ярҙам итеү 1942 йылдың башында башлана. Хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу өсөн матди ресурстар, аҡса менән ярҙам итеү, кәрәкле белгестәрҙе ебәреү дәүләт-партия органдарының төп бурысы булып торған. Был эштә, башҡа өлкәләр менән бер рәттән, Башҡортостан да ҡатнашҡан. Ярҙам фонды төҙөлә, дәүләт банкы бүлексәләрендә иҫәп асыла.
Хөкүмәт менән партия Үҙәк комитетының 1943 йылдың 21 авгусында ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Украинаға, Донбассҡа, Сталинградҡа һәм башҡа өлкәләргә ярҙам итергә тейеш була. Урындағы органдарҙың эшенә идара итеү маҡсатында республикала ярҙам комитеты төҙөлә. Партияның өлкә комитетында 1943 йылдың 30 сентябрендә булып үткән кәңәшмәлә шефлыҡ эшен көсәйтеү, ҡорамалдар, аҙыҡ-түлек, ағас тейәлгән беренсе эшелонды Ворошиловград өлкәһенә оҙатыу мәсьәләһе ҡарала.
Һәр предприятиела пландан тыш ҡорамал, эш ҡоралдары һәм материалдар етештерелә. Ҙур зыян күргән ауыл хужалығына ярҙам йөҙөнән республиканың колхоз-совхоздары бик күп баш мал, ҡош-ҡорт, техника, орлоҡ һәм аҙыҡ-түлек бүлә. Бынан тыш, республикала кейем-һалым, йорт йыһазы һәм башҡа әйберҙәр йыйыла, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренә ярҙам күрһәтелә.
Ворошиловград өлкәһенә ярҙам итеүҙә тотош республика ҡатнаша. 1943 йылдың октябрь урталарында сәнәғәт ҡорамалдары, төҙөлөш материалдары, тауарҙар, аҙыҡ-түлек тейәлгән 60 вагондан торған эшелон юлға сыға. Йыл аҙағына тиклем бөтәһе төрлө материалдар һәм сәнәғәт ҡорамалдары тейәлгән 91 вагон ебәрелә. Сәнәғәтте тергеҙеүҙә республиканан белгестәр һәм эшселәр ҡатнаша. Малсылыҡты аяҡҡа баҫтырыу маҡсатында байтаҡ ат, һыйыр малы, һарыҡ һәм кәзә оҙатыла.
1943 йылдың 26 октябрендә Оборона дәүләт комитеты “Донецк бассейны күмер сәнәғәтен тергеҙеү буйынса иң беренсе саралар” тигән ҡарар ҡабул итә. Уға ярашлы, Донбасста 120 шахтаны сафҡа индереү күҙ уңында тотола. Был эште атҡарып сығыу өсөн күп аҡса ғына түгел, хеҙмәт ресурстары ла талап ителә. Шуға ла йәштәр ярҙамға килә: комсомол Донбассты шефлыҡҡа ала.
Башҡортостан комсомолы “Советскуголь”, “Сергоуголь” тигән ике трест өҫтөнән шефлыҡ иғлан итә. Төҙөлөш механизмдары, хужалыҡ материалдары, кейем-һалым етештереү эше йәйелдерелә. Комсомол ойошмалары Донбасс күмер сығарыу предприятиеларына ярҙам итеү өсөн социалистик ярыш ойоштора. 1943 йылдың 13 декабрендә Өфөлә булып үткән комсомол активының йыйылышында “Советскуголь” тресынан делегация ла ҡатнаша. Йыйылышта, 20 декабргә тиклем шахталар өсөн ҡорамалдар һәм материалдарҙы әҙерләп оҙатырға тигән маҡсат ҡуйыла. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводының йәш эшселәре 50 металл эшкәртеү станогы эшләп оҙата. Новославян сода заводына ҡаланың төҙөлөш эшселәре электр станцияһы өсөн ҡорамал, эш ҡоралдары ебәрә. Бик күп инженерҙар, слесарҙар, токарҙар юлға сыға. Белорет комсомолдары 12 вагон ағас, тимер ҡалайы, эш ҡоралдары, “Туймазынефть” тресы нефтселәре ике вагон ҡорамал ебәрә. Өфө предприятиеларында электр моторҙары, күсмә тимерлек усаҡтары, пневматик сүкештәр һәм башҡа материал әҙерләнә. Йәштәр мәктәптәр төҙөү өсөн аҡса йыя.
Донбассҡа илебеҙҙән бөтәһе 144 меңгә яҡын кеше ебәрелә. Дәүләт ярҙамы менән ул аяҡҡа баҫа, шахталарҙың күп өлөшө тергеҙелеп, эшләй башлай. Һуғыштың аҙағына был шахталар күмер сығарыу буйынса илдә беренсе урынды яулай. Украинаны һәм башҡа өлкәләрҙең иҡтисадын аяҡҡа баҫтырыу эше лә әүҙем бара. Дошман ҡулынан зыян күргән ҡала һәм ауылдарға ҡайтҡан халыҡҡа күрһәтелгән ярҙам да ҙур була.
Әлеге көндә лә ҡыйын шарттарҙа ҡалған халыҡҡа ярҙам итеү йолаһы йәшәп килә. Элекке Ворошиловград өлкәһенә, Донбассҡа, хәҙерге Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына, Украинаға гуманитар ярҙам ебәреү быға дәлил булып тора. Был эштә Башҡортостандың да өлөшө ҙур.
Р. СӨЛӘЙМӘНОВА, тарих фәндәре докторы.