Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2022, 18:30

Ишембайҙы аҡҡоштар үҙ итә

Кинйәбулат ауылы эргәһендәге быуаға ла һигеҙ  аҡҡош килеп төшкән.

Ишембайҙы  аҡҡоштар үҙ итә
Ишембайҙы аҡҡоштар үҙ итә

Республикабыҙҙың теге йәки был төбәгендә һыу буйҙарына аҡҡоштар ҡайтыуын хәбәр иткән яҙмалар йыш күренә. Аҡҡош – мөхәббәт, тоғролоҡ, таҙалыҡ, именлек билдәһе. Уларҙың Башҡортостаныбыҙҙы төйәк итеүе күңелдә изгелеккә, яҡшылыҡҡа өмөт уята.

Күптән түгел Ишембай районының Кинйәбулат ауылы эргәһендәге быуаға ла һигеҙ  аҡҡош килеп төшкән. Был турала ошо ерҙән алыҫ түгел йорт төҙөгән Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе хәбәр итте.

"Унан алдағы йылда 12 инеләр, былтыр ниңәлер күренмәнеләр, быйыл йәнә күмәкләп төштөләр", - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты улар.

Быуа әллә ни ҙур булмаһа ла, тәбиғәтенең матурлығы ылыҡтырғандыр был гүзәл ҡоштарҙы.

Артур Мөхәмәтйәнов фотоһы.

Ишембайҙы  аҡҡоштар үҙ итә
Ишембайҙы аҡҡоштар үҙ итә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: