Өфөлә көнсөллөгөнә баш була алмай, айырылған ҡатынының фатирына ут төрткән ир суд алдына баҫҡан. Был хаҡта төбәк прокуратураһында хәбәр иткәндәр.
Былтырғы йылдың ноябрь айында был ир ҡатынының фатирында булғанда, айырылышһалар ҙа хистәре һүнмәгәнме, әллә һаман да үҙенекеләй тойопмо инде, ҡатынын көнләшә. Мөхәббәттән нәфрәткә – бер аҙым, тигәндәй, һөйгәненән үс алмаҡсы була ул.
Сараһын да һайлай бит әле яуыз - фатирға ут төртөргә ҡарар итә... Бының өсөн ике һеперткене алып, бүлмәләргә ташлай һәм уларға ут төртә. Ә үҙе йәһәтерәк һыпыртыу яғын ҡарай.
Һөҙөмтәлә фатирҙы ут ялмап ала. Шулай итеп, 780 мең һумдан ашыу матди зыян күрә ҡатын.
Әле яуыз уйлы ир үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған, хәҙер Октябрь районы суды уға яза билдәләйәсәк.
Фото admpoyk.ru