+14 °С
Болотло
Туғандары 15 йәшлек Усман Шәймәрҙәновты эҙләй. Үҫмер 4 май көнө Өфө ҡалаһындағы фатирынан сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған.
Усмандың билдәләре: буйы – 180 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡара сәсле. Усман Хәбибулла улы өҫтөнә көләпәрәле ҡара куртка-парка, кеҫәле ҡара джинсы салбар, аяғына ҡара туфли кейгән.
Әгәр ҙә Усман тураһында ниндәй ҙә хәбәр ишетһәгеҙ, 8 937 357 79 33 (Олеся) йәнә 8 937 3 102 112 йәки 112 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: Башрегионспас, mybashkortostan.ru