Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2022, 16:20

1 сентябрҙә Иҫке Сибай балалары яңы мәктәпкә барасаҡ

Уҡыусыларҙы ҡыуандырыр өсөн подрядсы ойошма бар тырышлығын һалырға тейеш.

1 сентябрҙә Иҫке Сибай балалары яңы мәктәпкә барасаҡ
1 сентябрҙә Иҫке Сибай балалары яңы мәктәпкә барасаҡ

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Урал аръяғы райондарында. Төшкә тиклем ул Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында булған.

"Иҫке Сибайҙа мәктәп төҙөлөшөн ҡараныҡ. Ҙур һәм кәрәкле объект. Әммә быға тиклем төҙөлөшкә тотонған подрядсы эште ахырына еткермәне. Билдәләнгән ваҡытҡа белем усағы тапшырылмағанға халыҡ, әлбиттә, ризаһыҙлыҡ белдерә. Мин уларҙы яҡшы аңлайым. Уртаҡ тырышлыҡ менән төҙөлөштө тергеҙҙек. Урындағы халыҡҡа мәктәпте 1 сентябргә тапшырырға һүҙ бирҙек. Быны наказ һымаҡ ҡабул итергә кәрәк.

Төҙөлөш эшенә ҡушылған генераль подрядсыға ярҙамға “Башеврокуб” ойошмаһын саҡырҙыҡ. Ҡуйылған маҡсаттарҙың бер өлөшөн ул тормошҡа ашырасаҡ. 12 майҙан башлап аҙна һайын төҙөлөш барышы тураһында Башҡортостан Башлығы үткәргән ултырыштарҙа отчет биреп барасаҡбыҙ", - тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Андрей Назаров.

Фото Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.

 

1 сентябрҙә Иҫке Сибай балалары яңы мәктәпкә барасаҡ
1 сентябрҙә Иҫке Сибай балалары яңы мәктәпкә барасаҡ
1 сентябрҙә Иҫке Сибай балалары яңы мәктәпкә барасаҡ
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: