Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2022, 17:15

"Алло, Донбасс..."

Бөгөндән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары Рәсәй системаһы коды менән телефон номерҙары ала башлаған.

"Алло, Донбасс..."
"Алло, Донбасс..."

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына +7 Рәсәй системаһы коды менән телефон номерҙары биреләсәк. REGNUM сайты хәбәр итеүенсә, sim-карта алмаштырырға кәрәкмәйәсәк, Рәсәй номерына күсеү тураһында операторҙар СМС-хәбәрҙәр ярҙамында хәбәр итәсәк.

“Был аҙым Донецк һәм Луганск республикалары халҡының йәшәйешен яҡшыртыу, бәйләнеште тотороҡландырыуға йүнәлтелгән”, — тип билдәләй Рәсәйҙең мәғлүмәт һәм һанлаштырыу министры Дмитрий Ким.

“Яңы номер бирелеүен халыҡ СМС-хәбәрҙән беләсәк. Тариф һәм шылтыратыу хаҡы үҙгәрмәйәсәк”, — ти ДНР башлығы Денис Пушилин.

Фото: vsluh.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: