Республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арнап, “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылды: баш ҡалабыҙҙың Менделеев һәм Сәғит Агиш урамдары киҫелешендә урынлашҡан Урмансылар паркында ҡарағайҙар ултыртты.
Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” республика гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бында үҫентеләр ултыртыу йолаһы йыл һайын һаҡлана, быйыл да уй-маҡсаттар тулыһынса тормошҡа ашты.
Әйткәндәй, быға хәтлем ултыртҡан ағастар ярайһы күтәрелгән, эргә-тирәне йәмләп, ерегеп киткән. Ысынлап та, бер нисә йыл элек нигеҙ һалынған Журналистар аллеяһынан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй.
– Журналистар аллеяһы ошо паркка үҙенсәлекле төҫ бирә, күркәмлек өҫтәй, – тип һөйләй Вәдүт Ғәйфулла улы. – Уны хәбәрселәр һәр саҡ тәртиптә тота, ағас төптәренә һыу ҡоя, яңы урынға ерегеп киткән ағастарҙы күреп күңел ҡыуана.
“Йәшлек” республика йәштәр гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Артур Дәүләтбәков билдәләүенсә, журналистар замандан бер аҙымға алда барырға, бүтәндәргә өлгө күрһәтергә тейеш. Әле лә күптәрҙең эште ойоштороусыларға теләктәшлек белдереүе һәр йәһәттән дә маҡтауға лайыҡ.
“Аманат” республика балалар һәм үҫмерҙәр журналының хәбәрсеһе Рәзил Бикбулатов әйтеүенсә, яҙлы-көҙлө ағас ултыртыу кеүек яҡшы башланғысты өлкәндәр бәләкәйҙән уның күңеленә һеңдергән. Тыумышы менән урманға бай Йылайыр районынан булғас, акцияға теләп ҡушылған.
Баш ҡалабыҙҙың Урмансылар паркы кешеләрҙең ял итеү урынына әйләнеүен телгә алғайныҡ. Земфира һәм Байрас Ишдәүләтовтар менән осрашҡанда, был ғаилә ваҡытыбыҙҙы кәрәкле эшкә бүлеүебеҙҙе хупланы, үҫентеләрҙең бейек ағасҡа әйләнеүен теләне.
– Икебеҙ ҙә дала яғында тыуып үҫкәнгәме, ниндәй ҙә ағасты йәки ҡыуаҡты күреп ҡалыу менән уны тәрбиәләргә тотонабыҙ, – ти әңгәмәселәрем. – Үткән аҙнала баҡсабыҙҙа ғына түгел, эргәбеҙҙәге туғайлыҡта ла күп итеп ағастар ултырттыҡ. Был эшкә балаларыбыҙҙы ла йәлеп иттек. Акцияға йыл һайын кешеләрҙе күпләп ылыҡтырыу зарур, саф һауаның сәләмәтлек сығанағы икәнен онотмайыҡ!
Илдар АҠЪЮЛОВ.
Өфө ҡалаһы.