Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2022, 17:50

Урманға сыҡһаң, талпандан һаҡлан

Быйыл борреллиялар менән зарарланыу ихтималлығы көслө.

Урманға сыҡһаң, талпандан һаҡлан
Урманға сыҡһаң, талпандан һаҡлан

Өфө медицина учреждениеларына талпан ҡаҙалғандан һуң 137 кеше мөрәжәғәт иткән, шул иҫәптән 59 бала, республика буйынса был һан 765-кә еткән, улар араһында балалар – 294. Был хаҡта Роспотребнадзорҙың республика бүлеге начальнигы урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе.

Талпандарҙы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса талпан энцефалитын йоҡтороу — 0,4 %, талпан боррелиозын 14,7 %, тәшкил итә, был башҡа йылдағы күрһәткестәрҙән күпкә юғары. Инфекция йөрәккә, нервы системаһына, тирегә һәм быуындарға тәьҫир итә, инвалидлыҡҡа килтереүе мөмкин. Әлеге ваҡытта ҡала парктары һәм урмандарының 90 проценты эшкәртелгән, вакцинация дауам итә.

Белгестәр иһә һиптергестәр ҡулланырға кәңәш итә. Әммә уларҙың барыһы ла талпандарҙан һаҡланыу өсөн яраҡлы түгел. Бындай продукцияла кәм тигәндә 25-30 % диэтилтолуамид (DEET) булырға тейеш, ә этикетка уларҙың талпандарға ҡаршы һөҙөмтәле булыуын күрһәтергә тейеш. Был продукцияны тирегә һиптерергә ярамай — этикеткала күрһәтелгән ҡулланыу ысулы буйынса тышҡы кейемгә һиптерәләр. Махсус репелленттарҙы дөрөҫ ҡулланыу яҡынса 95 % һаҡлау кимәлен тәьмин итә.

Урманға сыҡҡанда кейемгә лә иғтибар итергә кәрәк: аҡ йәки аҡһыл әйберҙә талпан яҡшыраҡ күренә. Салбарҙы ойоҡбашҡа тығып ҡуйырға, аяҡҡа бейек ҡуныслы резина итек, өҫкө кейемдең еңе беләктәрҙе ябып торһон.

Башҡортостан Гигиена һәм эпидемиология үҙәге һәм уның филиалдарында талпандарҙы ҡабул итеү, вируслы энцефалитҡа, боррелияларға тикшереү пункттары эшләй. Лабораторияларҙың адресын, телефонын, эш графигын ошо сайтта ҡарай алаһығыҙ: http://02.rospotrebnadzor.ru/content/173/34335/

Өфө ҡалаһы биләмәһендә вируслы энцефалитҡа ҡаршы тиҙ ярҙам күрһәткән медицина ойошмалары (травпункттар) исемлеге: http://02.rospotrebnadzor.ru/content/173/34377/

Фото: prusakam.net

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: