Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май , 16:00

Ветеран парад ҡабул итте

Ул 1943 йылдың башында фронтҡа эләккән.

Ветеран парад ҡабул итте
Ветеран парад ҡабул итте

Өфө ҡалаһының Киров районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Александрович Фомин йәшәгән йорт алдында парад ойошторолдо. Ветеранды һәм байрам ҡунаҡтарын Өфө ҡала советы депутаттары Павел Васильев һәм Марат Тимеров, Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфҡәт Үмәрғәлин, Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссары Юрий Алферов сәләмләне.

Николай Александровичтың өйө алдында 41-се мәктәптең кадет кластары, 160-сы лицей юнармеецтары парад ойошторҙо. “Йәшлек” ойошмаһы педагогтары тарафынан концерт ҡуйылды.  Парадтан һуң Николай Александрович Киров районында йәшәүселәр менән аралашты.

Николай Фомин 1943 йылдың башында фронтҡа эләккән. Степной, 2-се Украина фронттарында, Румынияны, Венгрияны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Ул – II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы кавалеры.

Фото: Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в