Башҡортостан
-26 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май , 15:00

Зәңге бабайға йомортҡа бирергә онотманығыҙмы?

Был йоланы Йылайыр районының Сәләх ауылында атҡаралар. Ә һеҙҙең яҡта һаҡланып ҡалғанмы ул?

Зәңге бабайға йомортҡа бирергә онотманығыҙмы?
Зәңге бабайға йомортҡа бирергә онотманығыҙмы?

Йылайыр районының Сәләх ауылында боронғо йола һаҡланып ҡалған: кем көтөүгә беренсе булып сыға, шул өй һайын йомортҡа йыя. Был йомортҡаны Зәңге бабай рухына бағышлап бирәләр. Быйыл һарыҡ көтөүен Тотмановтар башлаһа, һыйыр көтөүенә Хәбир Ҡадаев сыҡҡан.

Ҡыш буйы кәртәлә тороп иреккән мал йәш үләнгә аяҡ баҫты. Мал-тыуар имен булһын тип теләк теләп атҡарыла был йола. Башҡорт мифологияһына күҙ һалғанда, Зәңге бабай – мал хужаһы, мал ҡотон һаҡлаусы. Һарайҙың ҡото китмәһен тип, уның рухына хәйер бирергә кәрәк. Көтөүсегә йомортҡа биреү йолаһы ошо ышанысҡа бәйле булыуы ихтимал.

Зөлфиә Таһирова, уҡытыусы:

- Беҙҙең Сәләх - үҙе бер үҙенсәлекле ауыл. Кеше ишетмәгән, күрмәгән ғәҙәт-йолалары бар. Иң ҡыҙығы - мал-тыуар көтөүгә, ҡоштар һыу буйына киткәс, тышҡа сығып асфальт һепереү. Йыуан һаплы, оҙон, ялбырап торған һеперткеләрен тотоп һәр кем урамға килеп сыға. Йоланың йылына бер килә торғаны бар - ул йомортҡа йыйыу. Кем дә кем иң беренсе булып ауыл көтөүен көтөргә сыға, шул кешегә йомортҡа алып сығып бирәләр. Матур, изге теләктәрен еткереп, малдың имен-аман йәйләп ҡураға инеүен юрап, бына шулай көтөүсене оҙатып тороп ҡалабыҙ.

Фотолар Зөлфиә Таһированың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.

Зәңге бабайға йомортҡа бирергә онотманығыҙмы?
Зәңге бабайға йомортҡа бирергә онотманығыҙмы?
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в