Бөгөн Республика Башлығының “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ойошмаһының республика бүлеге ветерандары менән осрашыуында, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов БСТ каналында “Патриот 102” хәрби-патриотик программаһының концепцияһы эшләнеүе тураһында хәбәр итте. Бындай проектты булдырыу тураһында төбәк Башлығына “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ойошмаһының республика бүлеге ветерандары мөрәжәғәт итә.
Программа 2022 йылдың сентябренән сыға башлаясаҡ, әлеге ваҡытта тапшырыуҙы алып барыусылар һайлана, тематика әҙерләнә.
Директор фекеренсә, проект авторҙарына тапшырыуҙарҙы әҙерләгәндә БР Хәрби комиссариаты, “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ойошмаһының республика бүлеге тарафынан ярҙам, кәңәш кәрәк буласаҡ. Һәр рубрика айырым блок булараҡ әҙерләнәсәк һәм уларҙы социаль селтәрҙәр аша таратып буласаҡ. Тапшырыуҙарҙа Рәсәй Армияһының яңы ҡоралдары, техникаһы күрһәтеләсәк. Йәш армиясылар, шайморатовсылар, хәрби-тарихи ваҡиғалар, Советтар Союзы һәм Рәсәй геройҙары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары тураһында рубрикалар булдырыласаҡ.
“Программаны айына ике тапҡыр сығарырға тәҡдим итәм. Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү ошондай тапшырыуҙар аша ла тормошҡа ашырыла. Күберәк аудиторияны йәлеп итеү өсөн, бар технологияларҙы иҫәпкә алырға һәм тейешле формат табыр кәрәк. Тапшырыуҙар ҡыҙыҡлы һәм заманса булырға тейеш”, - тине Радий Хәбиров.
Фото:Олег Яровиков.