“Патриот” паркы тәүге 200 курсантты 1 июндә ҡабул итәсәк. Башҡортостан Башлығы Шишмә районындағы эш сәфәрендә ошо турала белдерҙе. Ул “Авангард” уҡытыу-методик комплексы менән дә танышты һәм “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ойошмаһының республика бүлеге ветерандары менән кәңәшмә уҙғарҙы.
“Патриот” паркының генераль директоры Александр Старшинин казармалағы ремонт һәм биләмәне төҙөкләндереү эштәре менән таныштырҙы. Ул хәбәр итеүенсә, киләһе этапта 30 метрлыҡ парашют вышкаһы һәм “Геройҙар уҙышы” үткәреү өсөн ҡаршылыҡтар һыҙаты монтажлау, яңы ашхана төҙөү күҙаллана.
Шулай уҡ “Патриот” базаһында “Партизан ауылы” тарихи-мемориаль комплексы, Юнармия секторы, уҡыу плацы, ут үҙәге, хәрби техника музейы, ашхана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Һауа-десант ғәскәрҙәре ҡаласығы һәм башҡа объекттар ҡаралған.
БР Мәғариф һәм фән министрлығы 2022 йылға 10-сы класс уҡыусылары өсөн 38 сменанан торған биш көнлөк сборҙар графигын төҙөгән. Хәрби-патриотик клубтарҙа тәрбиәләнеүселәр өсөн дә 12 көнлөк сборҙар ойоштороласаҡ.
Төбәк Башлығы “Патриот” паркында ғаилә ялы өсөн дә шарттар тыуҙырыу кәрәклеген билдәләне.
Фото: БР Хөкүмәте.