Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2022, 19:30

Учалыла етештереләсәк

Район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ыңғай һөҙөмтә бирә...

Учалыла  етештереләсәк
Учалыла етештереләсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим  инвестиция проекты ҡаралды.

Инвестор Учалыла медицина өлкәһендә ҡуллана торған материалдар – респираторҙар, бинттар, лейкопластырҙар етештереүсе завод асырға ниәт итә. Проект инициаторы кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы үҙенең идеялары менән таныштырҙы, бизнесты башлау, кәрәкле ҡорамалдар, материалдар һатып алыуҙа финанс ярҙамы алыу буйынса һорауҙар бирҙе.

Инвесторға проектты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамы саралары, шулай уҡ БР өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә нисек инеү тәртибе буйынса мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтелде, бер-нисә ер участкаһы тәҡдим ителде.

Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в