Бөйөк Еңеү көнө Ишембайҙа ла, һәр ваҡыттағыса, киң билдәләнде. Иң матур күренештәрҙең береһе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың йорттары алдында бәләкәй парадтар үткәреү булды.
Ошо рәүешле ишембайҙар Еңеү һалдаттарына ихтирам күрһәтте, уларҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйҙе. Районда һуғышта ҡатнашҡандар бөгөн дүртәү генә ҡалған: Христофор Абрамович Зельдин, Нуретдин Кашафетдин улы Хисаметдинов, Ғаян Миңлебай улы Дәминев, Әүхәҙи Батыргәрәй улы Миңлеғолов. Уларҙың икәүһе ҡалала йәшәһә, икәүһе Әрметрәхим һәм Ҡанаҡай ауылдарында ғүмер итә. Һуғыш килтергән михнәттәрҙе лә, еңеү яулағанда күңелдә урғылған шатлыҡ хистәрен дә яңыртты бөгөнгө тантаналы сара.
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары, кадеттар ҡатнашлығында ойошторолған парад бөгөн шулай уҡ концлагерь тотҡондары - апалы-һеңлеле Мария Шилина менән Елена Почуева йорто эргәһенән дә үтте. Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов һәр ветеранға бүләктәр тапшырып, иң изге байрам теләктәрен еткерҙе.
Фото: Ишембай районы хакимиәте сайты.