Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2022, 14:00

Хәрби булыу нәҫелдән килә

Илебеҙ тыуған еренең  патриоттарына таяна  

Хәрби булыу  нәҫелдән килә
Хәрби булыу нәҫелдән килә

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө гарнизонының  хәрби коменданты Валентин Солодовник тураһында түбәндәгеләрҙе яҙҙы:

  • Бөгөн минең даими рубрикам - #ЖЗЛ_Башкортостандың геройы  - Өфө гарнизонының хәрби коменданты, Шайморатов генерал ордены кавалеры Валентин Солодовник.

25 апрелдә уны илһөйәрлек тәрбиәһе мәсьәләләре буйынса үҙемдең кәңәшсем итеп тәғәйенләнем. Валентин Солодовник үҙенең хеҙмәте тураһында һөйләргә яратмай. Ләкин ситтән ҡарағанда бик тә тыныс кеше күренһә лә, ул  Сүриәләге  хәрби хәрәкәттәр ветераны, күрһәткән батырлығы ла берәү генә түгел.    Валентин Николаевичта хәрби һөнәр нәҫелдән килә, ул бала саҡтан үҙенең   ата-әсәһенең юлын һайлау тураһында хыяллана. Тыуған илгә һәм армияға һөйөүен балаларында ла тәрбиәләй алған. Уның алтынсы класта уҡыған ҡыҙы Елизавета хәрби университетҡа уҡырға инергә ниәтләй.

            Бына ниндәй кеше ул  Валентин Николаевич Солодовник – хисле атай һәм   ысын патриот.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в