Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2022, 09:58

Алдан юл ярғандарға ҡыйыныраҡ

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Башҡортостан табиптарына пандемия осоронда хеҙмәттәштәренә ярҙам ҡулы һуҙыр өсөн күрше төбәктәргә йыш сығырға, ҡатмарлы мәлдә тәжрибә уртаҡлашырға тура килде. Украина биләмәһендә махсус операция үткәреү барышында яралыларҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарыу һәм ашығыс операциялар яһауҙа Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының медицина хеҙмәткәрҙәренә тәүгеләрҙән булып ярҙамға килгәндәр араһында Башҡортостандың ирекмән-табиптары ла булды.

Алдан юл ярғандарға һәр саҡ ҡыйыныраҡ. Артабан ярҙамға барғандарға еңелерәккә тура килә, сөнки улар, хеҙмәттәштәренең һөйләүе буйынса, үҙҙәрен нимә көтәсәген белеп, әҙерлек менән бара. Тәүге бригадаға ҡайһы медицина хеҙмәткәрҙәренә, ниндәй профилдәге табиптарға ихтыяж ҙур икәнен асыҡлау бурысы ла йөкмәтелгәйне.

Ирекмән-табиптар араһында берҙән-бер аҫыл зат вәкиле Лидия Марс ҡыҙы Ахунова – Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының анестезиолог-реаниматологы. Юлдаштарының исем­дәрен дә атайыҡ: ошо уҡ клиника­ның оториноларингология бүлеге мөдире Артур Мөғәллимов, нейрохирургия бүлеге мөдире Алексей Антонов, Республика һауыҡтырыу- физкультура диспансерының баш табибы, хирург Руслан Гәрәев, Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаха­наһы хирургы Тэймураз Иҙрисов бер айға яҡын ауырыуҙарға һәм яралыларға тәүге ярҙамды күрһәтә, аяҡҡа баҫтыра. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының медицина хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан табиптарының юғары профессионаллеге өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Республика етәкселеге лә ситтә ҡалманы, ҡыйыу ҡыҙ-егеттәрен дәүләт наградалары менән бүләкләне.

Лидия Марс ҡыҙының профес­сияһы һәр саҡ юғары әҙерлек, йыйнаҡлыҡ, оперативлыҡ талап итә. “Күңелдә икеләнеү сатҡылары булһа, хәрби операция барған ергә барыуҙан тыйылырға кәрәк, тип уйлайым. Психологик әҙерлек тә бик мөһим, – ти ирекмән-табип. – Республикала санитар авиация менән ауырыуҙарға экстрен ярҙам күрһәтеүҙә лә ҡатнашҡас, һәр саҡ бөтә нәмәгә әҙер булыу кәрәклеген яҡшы аңлайым, һәм мин был хәлгә күнеккәнмен. Ярҙамдың был төрө аварияларҙа, юл-транспорт ваҡиғаларында һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүҙә ҡулланыла. Анестезиолог- реаниматолог һөнәре ашығыс, кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә, иң ауыры – тиҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү”.

Яңауыл ҡалаһы мәктәбен тамамлағандан һуң Лидия алдында ҡайҙа уҡырға барыу, ниндәй һөнәр һайлау мәсьәләһе тормай. Өс тиҫтә йылға яҡын Яңауыл ҡала дауаханаһының баш табибы булып эшләгән атаһы Марс Ғүмәр улының юлынан барыуҙы ул күптән хәл иткән инде...

– Бәләкәйҙән апайым Гөлнара менән “доктор Айболит” булып уйнай торғайныҡ. Ҡурсаҡтарҙы, бер-беребеҙҙе дауалайбыҙ, шулай итеп, уйын тора-бара етди һөнәргә әүерелде. Апайым – хәҙер акушер-гинеколог, клиниканың акушерлыҡ бүлексәһе мөдире. Ә мин тынғыһыҙ анестезиолог-реаниматолог һөнәрен һайланым, сөнки ул булмышыма, эске донъяма тулыһынса тап килә. Тәүәккәллек – миңә атайымдан ҡал­ған мираҫ. Беҙҙең эштә иң ҡыйыны – ҡыл өҫтөндә ҡалған ғүмерҙе ҡотҡарырға өлгөрә алмау хәүефе! Бик тиҙ дөрөҫ ҡарарға килергә кәрәк. Реанимацияға эләккән ауырыуҙың бөтә ағзаларын тотош күҙ алдына килтереп, тәүҙә ҡайһыһына ниндәй ярҙам кәрәклеген асыҡлайһың. Комала икән – башҡа, йөҙө һарғайһа – бауырға, йөрәге сәнсһә, йөрәккә ашығыс ярҙам талап ителә тигән һүҙ. Ҡанға батҡан, йәрәхәтләнгән кеше табипты ҡурҡытмай, ә бына ярҙам итергә өлгөрә алмау – ысынлап та, ҡурҡыныс ! – ти Лидия Марс ҡыҙы.

– Ни өсөн хәүеф янаған тө­бәккә барырға, бушлай эшләргә әҙерлегегеҙҙе белдерҙегеҙ?

– Улай тәрәнгә төшөп, уйланып торорға ваҡыт та, форсат та булманы. “Бара алаһыңмы?” тигән һорауға шунда уҡ “Һәр саҡ әҙер!” тип яуапланым. Бригадалағы хеҙмәттәштәремдең яуаплы, тәжрибәле, кәрәк саҡта ярҙамға килергә әҙер белгестәр икәнлеген белгәнгә күрә, йөрәк тыныс ине. Шулай ҙа апайыма алдан әйтеп, күңелен болоҡһоторға теләмәнем, юлға сығыр алдынан ғына “Ростов өлкәһендәге дауаханаға барабыҙ” тип алдаштырырға булдым. Егеттәр ҙә ғаиләләрен артыҡ борсол­дор­маҫҡа, дөрөҫлөктө һуңлабыраҡ “йомшағыраҡ” белдерергә тырышты.

Табип туғандарына ни өсөн ко­мандировкаға йыйыныуын аңлатыу­ҙың иң ҡыйын мәсьәлә булыуын йә­шермәй. Ҡайҙа, ҡасан барып урын­лашыуҙарын аныҡ ҡына бел­мәү, билдәһеҙлек бер аҙ хәүефләндерә.

– Тәүҙә Мәскәүгә ике сәғәттә, аҙаҡ Ростовҡа тәүлектән артығыраҡ ваҡытта килеп еттек. Икебеҙ – Луганск, өсөбөҙ Донецк дауаханаһына эләктек. Телевизор экрандарында күргән ҡыйралыш-емереклектәрҙе, һигеҙ йыл буйы пулялар аҫтында йәшәгән халыҡты үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү, аралашыу бөтөнләй башҡаса тәьҫир итте, тетрәндергес булды. Беҙ ҙә яйлап гөрһөлдәгән атыу, снаряд шартлаған тауыш­тарға күнектек, ҡатмарлы шарт­тарҙа операциялар яһаныҡ. Беҙ ошо уҡ клиниканың терапия бүле­гендә йәшәнек, тәүлек әйләнәһенә эшләнек, теләгән ваҡытта беҙҙе ярҙамға саҡыра алдылар.

Донецк кешеләренең ниндәй ихлас, эшһөйәр икәнлеген күрҙек. Ер бында бик уңдырышлы икән, нимә сәсһәң, шул умырылып уңа, тиҙәр. Беҙҙе көн һайын тәмле картуф менән һыйланылар. Тәбиғәт шарттары йәшәү өсөн бик ҡулай, һигеҙ айға тиклем игенселек дауам итә. Ҡыҙыҡ, беҙ Донецк еренә аяҡ баҫыу менән бында ла тәбиғәт ҡырыҫ­ланды, “үҙегеҙ менән һыуыҡ алып килдегеҙ”, тиҙәр.

– Ниндәй шарттарҙа эшлә­негеҙ?

– “Беҙ ҡурҡаҡ түгел, һис тә ҡур­ҡыт­маны” тип әйтергә тел әйләнмәй. 14 мартта ҡаланан 1,5-2 саҡрым алыҫлыҡта яңғыраған ракета шартлауы диаметры 500 метрға еткән биләмәне зарарлаған. Бик көслө шартлау булды. Ҡалаға сығып йө­рөмәнек, дауахана биләмәһендә генә йәшәнек. Мина ярсыҡтарынан яраланғандарҙы дауалауы – иң ауыр мәсьәлә. Бер ярсыҡ бик күп ағзаларҙы зарарлай, инфекция ин­дерә. Компьютер томографы ярсыҡ­тың ниндәй ағзала, нисек урынлашыуын йәки тәндән осоп сығып ки­теүен асыҡлай. Тәрән яралар аҡрын төҙәлә, ауырыуҙар яй һауыға...

Дауаханала анестезиология кафедраһы булыуы уңайлы. Яраланғандарҙы дауалау тактикаһы буйынса бергә кәңәшләшәбеҙ, ҡарар ҡабул итәбеҙ. Донецк табиптары яралыларҙы дауалау буйынса ҙур оҫталыҡҡа өлгәшкән, атыштар аҫтында көн һайын кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыуға үҙҙәрен бағышлаған белгестәр хайран ҡалдыра. Элек-электән Украина табиптары нейрохирургияла иң көслөләрҙән һаналды. Әле медицина ҡорамалдарының бер аҙ иҫкерә төшөүе, тармаҡтың аҡһауы күҙәтелә.

– Ниндәй тәьҫораттар, уй-ниәттәр менән ҡайттығыҙ тыу­ған яҡҡа?

– Беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар һәм рәхмәт әйтеп оҙаттылар. Был ябай кешеләрҙәге рух көсө, яҡшылыҡҡа ышаныс тойғоһо беҙгә лә күсте. Һигеҙ йыл буйы тыуған еренән бер ҡайҙа ла китмәйенсә тор­мош көтөргә, эшләргә, яҡында­рын һаҡларға тырышҡан илһө­йәр­ҙәр, шартлауҙарға, мина ярсыҡтары осоуға ҡарамаҫтан, Донбассты элек­кесә ярата, уның менән ғорурлана.

Донбасс халҡы бына нисәмә йыл һуғыштың бөтә ауырлығын үҙ елкә­һендә күтәрә. Ә күпме ғаиләне тар­ҡатҡан, юҡҡа сығарған, фажиғәгә юлыҡтырған ул. Туған-тыумасаһын ташлап, яҡшы тормошҡа өмөт итеп, Киев тарафтарына юл алғандары ла етерлек. Бында иң ныҡ, рухлы, иманына тоғро кешеләр ҡалған. Ҡатмарлы хәлдә лә ҡаланы ташлап китмәйенсә, яҡты киләсәккә ышанып йәшәгән кешеләрҙең көс-ҡеүәте иҫ китерлек, барыһы ла ҡыйыуҙар, батырҙар, ихластар. Улар бөтөнләй башҡа ҡиммәттәр менән йәшәй, Донбасс халҡы өсөн иң мөһиме – миһырбанлыҡ, ярҙамсыллыҡ, яҡшы мөнәсәбәттәр. Мин барыһынан да элек, үҙем өсөн ҙур тормош тәжри­бәһе, ғүмергә етерлек баһалап бөтмәҫлек һабаҡ алдым. Беҙ ниндәй яҡшы шарттарҙа йәшәйбеҙ икән: тыныс күңел менән эшләйбеҙ, ҡайҙа теләйбеҙ, шунда барабыҙ, нимә теләйбеҙ, шуны ашайбыҙ. Ал кәрәкме һиңә, гөл кәрәкме – барыһы ла бар беҙҙә. Бары мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырма, тырыш, эшлә! Ҡайһы саҡта юҡҡа ғына зарланып, ваҡытыбыҙҙы бушҡа үткәрәбеҙ кеүек, яҡты ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белмәйбеҙ. Беҙҙә барыһы ла яҡшы!

 Мин тап ошо хирургтар бригадаһы, яуаплы, ҡыйыу, алтын ҡуллы белгестәр, матур холоҡло егеттәр менән сынығыу үтеүемә бик шатмын. Хеҙмәттәштәрем менән сикһеҙ ғорурланам!

 

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әңгәмәләште.

Читайте нас: