Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2022, 09:30

Ҡартлыҡтағы бәхет – иң ҙурыһы

Ҡаҙмаш ауылынан Нәзифә менән Ғәле Зәйнуллиндар хозур туйҙарын билдәләргә йыйына.

Арабыҙҙа бер-береһенә ныҡлы терәк булып, тормош һуҡмағын бергә үткән ғаиләләрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Улар гөрләтеп донъя көтөүе, инсафлы балалар үҫтереп, бөгөн йән киҫәктәренең шатлыҡ-ҡыуанысына сорналып, изгелектәрен күреп йәшәүе менән бәхетле.

Ауылдаштарының оло ихтирамына һәм хөрмәтенә лайыҡ, тиҙҙән үҙҙәренең  бергә йәшәүҙәренең 70 йыллығын – хозур туйҙарын билдәләргә йыйынған Нәзифә менән Ғәле Зәйнуллиндар Ҡаҙмаш ауылында йәшәй. Биш ҡыҙ һәм ике улға ғүмер биргән бәхетле парҙың бөгөн 18  ейән-ейәнсәре, 22 бүлә-бүләсәре бар.

Бала саҡтары ауыр һуғыш осорона тап килгән хеҙмәт ветерандарының яҙмышы бер-береһенән әллә ни айырылмай: аслыҡ, яланғаслыҡ, күп михнәт аша белем алыу, фәҡәт эшһөйәрлек һәм лайыҡлы йәшәүгә ынтылыш арҡаһында тормош һынауҙарына бирешмәү, матур ғаилә ҡороу, бер-береңә тоғро ҡалыу, ишле балалар үҫтереү һәм тормоштан йәм-тәм табып йәшәү.

Ғаилә башлығы Ғәле Хәбиб улы 1929 йылғы, йорт хужабикәһе Нәзифә Дилмөхәмәт ҡыҙы 1935 йылда донъяға килгән. Бөрйән районының Ҡолғана ауылы ҡыҙы Ҡаҙмашҡа килен булып төшә. Ғүмере буйы “Ҡаҙмаш” урмансылығында эшләгән Ғәле Зәйнуллин урман ҡыҙын кәләшлеккә алыуы ла юҡҡа түгел. “Бөрйән урманында аҙашып йөрөй ине ул”, – тип һәр саҡ шаяртып алырға ярата ул. Ҡартының үҙе тураһында бик йылы хәтирәләр менән иҫкә алыуына Нәзифә инәйҙең дә күңеле күтәрелде, һәм ул да ихласлап һөйләшеүгә ҡушылды.

– Бер һүҙ менән әйткәндә генә 70 йыл оҙаҡ кеүек күренә, әммә бабайым менән йәшәлгән етмеш йыл ғүмер күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Ҡартым миңә шул тиклем иғтибарлы булды. Ҡаҡманы-һуҡманы, балаларҙы яратты. Көндәр буйы шул урманынан ҡайтып инмәне, әммә бер ваҡытта ла миңә, балаларына ҡарата насар һүҙ әйтмәне. Малды ла ишле көттөк, үҙенсә бесәнен әҙерләп, ул-был эшен еңеләйтеп китер ине. Һәр саҡ һыбай йөрөнө, аты ла беҙҙең ғаилә ағзаһына әүерелде, уны ла яҡшылап ҡараныҡ. Ҡыҙҙары өсөн өҙөлөп торҙо, улдарына терәк булды, бар эшкә өйрәтте. Ғаиләлә атайға ҡарата хөрмәт тәүге урында торҙо. Һәр саҡ “атайығыҙ ни әйтер”, “атайыңдан һора”, “атайың һөйөнөр инде” тигән һүҙҙәр аша уның абруйын күтәрергә тырыштым. Балалар алдында бер-беребеҙҙең йөҙөн йыртманыҡ, ауыр һүҙҙәр әйтмәнек. Уның бер ҡарашы етә ине миңә лә, балаларға ла, – тип ғүмер ебен тағатты Нәзифә инәй.

Әле лә мөхәббәт һәм татыулыҡ, бер-береһенә ҡарата ихтирам һәм хөрмәт тантана иткән был йылы йортта үҙҙәрен бик бәхетле тойоп, бер-береһен ҡәҙерләп кенә йәшәй геройҙарым. Оло йәштәге ата-әсәһен ҡыҙҙары Фариза менән кейәүе Ҡадир ҡарай. Уларҙың үҙҙәренең дә өс балаһы бар.

– Атайым менән әсәйем шул тиклем яҡшы күңелле кешеләр ул. Беҙгә, ете балаһына, бик матур тәрбиә бирҙеләр, һәр беребеҙгә һөнәр алыуға ярҙам итеп, башлы-күҙле иттеләр. Беҙҙең балалар олатай һәм өләсәй һөйөүендә, уларҙың йылы ҡосағында үҫеүҙәре менән бәхетле, барыһы ла олатай һабаҡтарын, өләсәй нәсихәттәрен тыңлап, уларҙан фәһемле кәңәштәр алды. Хәҙер бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөп ултырыуҙары менән икеләтә бәхетле улар, – ти ҡыҙҙары Фариза апай ҙа.

Ҡартлыҡтағы бәхет – иң ҙурыһы, тиҙәр. Ысынлап та, ғүмер юлын лайыҡлы үтеү өсөн һөйөү менән бергә яуаплылыҡ та, сабырлыҡ та, бер-береңде аңлау ҙа мөһимдер. Шул сағында ғына Нәзифә менән Ғәле Зәйнуллиндар кеүек хозур туйыңдың да түрендә ултырыу бәхете тәтей. Артабан да бәхетле ҡартлыҡ кисереп, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр игелеген күреп, оҙаҡ йылдар һаулыҡта һәм сәләмәтлектә йәшәргә яҙһын!

Кәримә УСМАНОВА 

Читайте нас: