

Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары йәки ағинәйҙәр ҡоро әүҙем эшмәкәрлек алып барған урындарҙа, хатта иң төпкөлдә булһа ла, тормош ҡайнай. Ниндәй генә саралар, байрамдар уҙғармай улар, бер генә мөһим ваҡиға, дата ла билдәләнмәй ҡалмай. Онотолоп барған йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, милли традицияларыбыҙға таянып, йәш быуынды тәрбиәләүгә һалған өлөштәре баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Ҡатмарлы, болғауыр, рухи ҡиммәттәр юғала барған заман ғаилә институтына ла кире йоғонто яһаны, уның нигеҙҙәрен ҡаҡшатты. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүсе йәш ғаиләләргә ауырға тура килә – эш, торлаҡ булмауы, матди ауырлыҡ арҡаһында күп ғаиләләр тарҡала. Бында ла абруйлы ағинәйҙәрҙең кәңәше кәрәк. Имен булмаған ғаиләләр, эскән кешеләр менән эшләүҙә, ауыл проблемаларын хәл итеүҙә уларҙың тырышлығы бик ҙур.
Бынан тыш, улар тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт хужалығы мәшәҡәттәре, ғаилә ҡарау хәстәрлектәре менән дә мәшғүл. Әсәлек наҙы, ҡатын-ҡыҙҙың йылы ҡулдары ғына ҡот бирә һәр йортҡа.
Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ла һөҙөмтәле эшмәкәрлек итә.
Ойошмаға ауылым тип янып йәшәгән Миләүшә Ғәбиҙуллина етәкселек итә. Ул мәктәп интернатында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй, тормош иптәше Азат Хаммат улы менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Ғәбиҙуллиндар, күркәм йорт төҙөп, ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетеп, баҡса үҫтереп, балаларына хеҙмәт тәрбиәһе биреп, өлгө күрһәтәләр. 2012–2014 йылдарҙа Миләүшә Булат ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып эшләп ала ла, балалары бәләкәй булғас, йәмәғәт эшенән китеп тора. 2019 йылда ойоштороу һәләтенә эйә, әүҙем ҡатынға ҡыпсаҡтар йәнә яуаплы бурысты ышанып йөкмәтә. Ошо ваҡыт эсендә ойошма башҡарған эштең иҫәбе-һаны юҡ.
– Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы идараһына ете кеше инә. Уларҙың һәр ҡайһыһы – ауылдаштарыбыҙ араһында хөрмәт ҡаҙанған, эштәрендә, ғаиләләрендә өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙар. Арабыҙҙа иң олоһо Миңзәлә Фәтхуллина, мәҫәлән, ғүмере буйы мәктәптә балаларға белем бирҙе, РФ-тың мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны. Имен булмаған ғаиләләр, эскән кешеләр менән аңлатыу эштәре алып барғанда, уның тәжрибәһе, аҡыллы кәңәштәре бик мөһим роль уйнай. Миләүшә Мәхмүтова, Лилиә Әфләтүнова, Фирүзә Алтыншина, Гөлнара Мәсәғүтовалар – өсәр бала әсәләре, ә Миләүшә Йәһүҙинаның ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә. Барыһы ла ваҡыттары, мөмкинлектәре менән иҫәпләшмәй, аҡса, дан өсөн түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса һәр ваҡыт ауылыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың мәнфәғәтендә изге эштәр башҡарырға әҙер, – ти Миләүшә Булат ҡыҙы.
Әбделмәмбәттә ниндәй генә мәҙәни, спорт сараһы ойошторолмаһын, ҡатын-ҡыҙҙар советы клуб, мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уның уртаһында ҡайнай. Күптән түгел “Килен-килендәштәр”, “Матур ғаилә – ауыл ҡото” саралары гөрләп үткән. Район кимәлендәге сараларҙа ла ҡыпсаҡтар һынатмай. Ауыл биләмәһенә ҡараған Килдеғол, Бәләкәй Ҡыпсаҡ һәм күрше ауылдарҙағы ҡатын-ҡыҙҙар советтары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы ойошторолған “Килен – ҡәйнә тупрағынан” конурсында Байназар, Ҡолғана, Берәтәк, Тимер, Мәһәҙей ауылдары командалары ҡатнаша.
Ошо көндәрҙә ҡыпсаҡтар район ҡатын-ҡыҙҙар советы башлап ебәргән “Бөйөк әсә” тип аталған ҙур проектты тамамлаған.
– Өй һайын йөрөп, күп бала тәрбиәләгән оло быуын әсәйҙәр тураһында мәғлүмәт йыйҙыҡ. Мәрхүм булған әсәйҙәрҙең дә, балалары, ғаилә ағзалары ярҙамында, фотоларын, биографияларын, хеҙмәт ҡаҙаныштарын тупланыҡ. Был проект бигерәк тә киләсәк быуын өсөн бик мөһим, күп балалар үҫтергән, дәһшәтле һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа фиҙакәр хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың исемдәре онотолорға тейеш түгел, – ти ойошма етәксеһе.
Әбделмәмбәт ҡатын-ҡыҙҙары “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ағас ултыртыуҙа, шишмә-йылғаларҙы таҙартыуҙа, ауылда уҙғарылған өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш, имен булмаған ғаиләләр, эскән кешеләр менән дә маҡсатлы эш алып барыла.
– Аллаға шөкөр, 2014 йылдан алып ауылыбыҙҙа спиртлы эсемлектәр һатылмай, был мәсьәләне ауылдаштарыбыҙ үҙҙәре хәл итте, йәшерен суррогат алкоголь һатҡан нөктәләр ҙә бөтөрөлдө. Хәмер ҡулланыусылар ҙа юҡ тиерлек ауылда. Халыҡ яйлап иманға ҡайта, – тип ҡыуанысын йәшермәй Миләүшә Булат ҡыҙы.
Заман технологияларын да күптән үҙләштереп, интернет селтәрендә лә ҡыйыу гиҙә Әбделмәмбәт ауылы ҡатындары. Социаль селтәрҙәрҙә “Ҡыпсаҡ ҡатын-ҡыҙҙары” төркөмөн булдырып, үҙҙәренең тәжрибәләрен уртаҡлаша, бәхәс ҡора, яңы һөнәрҙәр үҙләштерә. Әйткәндәй, спорт менән дә дуҫ улар: кистәрен мәктәп спорт залында волейбол секцияһында шөғөлләнәләр. Бынан тыш, һуңғы ваҡытта олоһо ла, кесеһе лә скандинав йөрөшө менән мауыға башлаған.
Бына шулай үҙҙәренең дә, ауылдаштарының да тормошон йәнләндереп, маҡсаттар ҡуйып йәшәй Әбделмәмбәт ҡатын-ҡыҙҙары. Берҙәм, егәрле булғастар, эштәре лә күренә, тормоштары ла алға бара.
Римма СОЛТАНОВА