Бөрйән районының “Бөркөт” хәрби хәрәкәттәр ветерандары төркөмө 2020 йылдың сентябрендә ойошторола. Ойошма Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндәр, стратегик тәғәйенләнештәге ракета, сик буйы ғәскәрҙәре, Хәрби-һауа көстәре, Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө ветерандары, “Диңгеҙселәр ҡәрҙәшлеге”, “Росгвардия ҡәрҙәшлеге”, “Десантсылар ҡәрҙәшлеге” ойошмалары ағзалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Бөтәһе 148 кешене берләштергән ойошмаға етәкселек итеү бурысы Рәйес Ишбаевҡа йөкмәтелә, уның урынбаҫары итеп Олег Ғәлиев һайлана. Һәр ауылда айырым төркөмдәр эшмәкәрлек итә башлай. Шулай уҡ Өфө ҡалаһында ла Бөрйән егеттәре төркөм ойоштора.
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында төрлө осрашыуҙарҙа, “Батырлыҡ дәрестәре”ндә ҡатнаша. Район, республика кимәлендә ойошторолған спорт, хәрби әҙерлек буйынса сараларҙың да уртаһында ҡайнай бөрйәндәр.
Былтыр Өфөлә хәрби хәрәкәттәр ветерандары араһында күпкөрәш буйынса ярыш үтә. Республика буйынса иң-иңдәрҙе йыйып алған был сара Ватандан ситтә ир-егетлек бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнөнә һәм легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың яҡты иҫтәлегенә арнап ойошторола.
Көсөргәнешле ярышта Бөрйән егеттәре һынатмай – Йәлил Әлибәков, Илшат Ғазин, Илнар Салауатов, Айгиз Иманғолов, Сәйет Сәйәхов, Зәбир Әхмәтшиндәрҙән торған команда һәр төр ярышта таһыллыҡ, сослоҡ, ихтыяр көсө, һынмаҫ рух күрһәтеп, 14 команда араһында беренсе урынды яулай.
Бөрйән районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә төрлө патриотик саралар ойошторалар, Еңеү парадында иң алғы сафталар.
Һәләк булған хеҙмәттәштәренең ата-әсәһенең хәлдәрен белешеп, ярҙам итеп торалар, аҙыҡ-түлек йыйылмалары тараталар.
Бөгөн Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһында Ватан алдындағы бурысын үтәгәндә, шулай уҡ хеҙмәттән ҡайтҡас вафат булған егеттәрҙең 56 ғаиләһе иҫәптә тора. Ойошма уларҙың туғандарына дауаланырға барғанда, мәрхүмдәрҙе ерләгәндә, госпиталдә дауаланыу өсөн ярҙам итә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ойошма ағзалары вафат булған 17 хеҙмәттәшенә иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйған.
Алдағы йылдарҙа Мәһәҙей, Әбделмәмбәт, Ғәлиәкбәр, Байназар һәм Иҫке Монасип ауылдарында вафат булған хеҙмәттәштәренә лә таҡтаташтар ҡуйырға ниәт итә ойошма ағзалары.
Донбасс һәм Луганск халҡын азат итеү буйынса хәрби операция башланғас, ойошма ағзалары, Рәсәй армияһына теләктәшлек белдереп, автойөрөш уҙғара. Унда йөҙгә яҡын машина ҡатнаша, шулай уҡ Донбасс халҡына гуманитар ярҙам йыйыла.
Күптән түгел ойошма рәйесе урынбаҫары Олег Ғәлиевте райондың ветерандар советы рәйесе итеп тәғәйенләгәндәр. Олег Марс улы 1968 йылда Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫә. Севастополдә хәрби-диңгеҙ флотында һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, комсомолдың район комитетына инструктор булып эшкә урынлаша. 1991 – 2017 йылдарҙа эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә, полиция майоры. Чечен Республикаһында контракт нигеҙендә бер йыл эшләй.
– Ветерандар советы идараһына районда пенсионерҙарҙы, оло быуын вәкилдәрен берләштергән бар беренсел ойошмаларҙы ла индерҙек. Әүҙем эшмәкәрлек иткән “Ағинәйҙәр”, “Вики-өләсәйҙәр” йәмәғәт ойошмалары менән дә берлектә эшләйәсәкбеҙ, – тип пландары менән уртаҡлашты етәксе.
Римма СОЛТАНОВА