Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2022, 09:59

Биш сәғәт буйы аяғөҫтө

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Өфөләге республика кардиология үҙәге табиптары биш сәғәт буйы ауыр хәлдәге пациент ғүмере өсөн көрәште. Владимир Сурков етәкселегендәге табиптар командаһы гигант ҙурлыҡтағы Вальсалва синустары аневризмаһы өҙөлөүен операция ярҙамында ялғаны.

Белгестәрҙең әйтеүенсә, был – һирәк осрай торған йөрәк пато­логияһы. Ул йыш ҡына ауырыу­ҙарҙы үлемесле өҙлөгөүҙәргә килтерә. “Ауырыу аяҡтарының шешенеүенә, тын ҡыҫылыуына зарланған. Оҙаҡ ваҡыт Ғафури районы табиптары күҙәтеүендә булған. Уның йөрәгенә эхокардиография яһалған һәм бик күп патология асыҡланған, шул иҫәптән аорта аневризмаһы”, – ти белгестәр. Пациентҡа кардиология үҙәгендә коронарография һәм аортография яһағандан һуң, ашығыс рәүештә операция өҫтәленә һалғандар.

Операция биш сәғәт буйына көсөргәнешле бара. Ваҡытлы диагностика, хирургик дауалау һәм докторҙарҙың “алтын” ҡулдары мөғжизә яһай. Иҫ киткес ҙур дәүмәлдәге бындай аневризмаға операцияны табиптарға тәү тапҡыр яһарға тура килгән. Пациент үҙен яҡшы тоя.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: