Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2022, 10:01

Булмышы менән – ғалим, рухы менән – крәҫтиән

Ғалим, дәүләт эшмәкәре Зифҡәт Сәйетғәлиевтең вазифаларын һанап сығыу өсөн генә лә күп ваҡыт кәрәк булыр ине. Район халҡы, айырыуса өлкән быуын, уның 1982–1989 йылдарҙа Әлшәй районы партия комитетының беренсе секретары булып эшләгән осорон яҡшы хәтерләй.

Зифҡәт Ислам улы булмышы буйынса ғалим, ә рухы менән һәр саҡ крәҫтиән булды һәм шулай булып ҡала. Иҡтисад фәндәре докторы, ауыл һәм ауыл хужалығы тураһындағы алтмышлаған ғилми хеҙмәт һәм ун китап авторы, Дәүләт Думаһының ике саҡырылыш депутаты, республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ябай ауыл малайының көтөлмәгән юғары бейеклектәргә күтәрелеүе, үҙ көсө һәм тырышлығы менән ауырлыҡтар аша маҡсатына өлгәшеүе һоҡланыу тыуҙыра.

Зифҡәт Ислам улы Илеш райо­нының Абдулла ауылында крәҫ­тиән ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ата­һы бик иртә вафат була. “Беҙ өсәү­ләп йәшәй башланыҡ: әсәйем, мин һәм һыйыр, – тип хәтерләй ба­лалыҡ йылдарын хеҙмәт ветераны. – Ҡасан үҫеп аяҡҡа баҫы­уымды көтөргә ваҡыт булманы, шуға күрә бәләкәй саҡтан хеҙмәткә егелдем”.

Үҫмер белемгә, фәнгә тартыла, күберәк уҡырға тырыша. Мәктәпте көмөш миҙалға, аҙаҡ Башҡорт­ос­тан ауыл хужалығы институтын отли­чие менән тамамлай. Юғары уҡыу йортонан һуң яҙмыш уны Мәс­кәүгә – кибернетика ғилми-тик­шеренеү институты аспиранту­раһына алып килә. Йәш ғалим, Өфөгә ҡайтып, республика вузда­рының береһендә уҡытыу эшенә тотонмаҡсы була. Тик Илеш райо­ны партия комитетының беренсе секретары Рахманов йәш һәм перс­пективалы яҡташын эргәһенән ебәргеһе килмәй, тыуған ауылы Абдуллалағы хужалыҡты етәкләргә өгөтләй. Шулай итеп, 1979 йылдың яҙында Зифҡәт Сәйетғәлиев Улья­нов исемендәге колхоз рәйесе булып китә.

Республика етәкселеге белемле, талантлы ойоштороусы өсөн хужалыҡ майҙанының тар булыуын аңлай. Тәүҙә уны партияның өлкә комитетына эшкә алалар һәм аҙаҡ Әлшәй районы партия комите­тының беренсе секретары итеп тәғәйенләйҙәр.

– 1982 йылда район үҫеше һәм халҡы тормошо өсөн күп эш баш­ҡарған Павел Барбазюк урынына эшкә килдем. Был осорҙо ҙур ҡә­нәғәтлек менән иҫкә төшө­рәм, районда эш ҡаҙандай ҡайнаны, – тип һағынып иҫкә ала оло хеҙмәт башын Зифҡәт Ислам улы. – Әлшәй районы Дүртөйлө, Мәләүез райондары менән бергә республикала ауыл хужалығы продукцияһы етеш­тереү буйынса тәүге өс лидер рәтендә барҙы. Уйын түгел, дәү­ләткә йөҙәр мең тонна иген һаттыҡ! Бик ҡеүәтле колхоздар булды: “Завет Ленина”, “Правда”, “Победа”, “Родина”, “Искра”, Октябрҙең 50 йыллығы, “Мир”... Совхоздарҙан “Яңы Раевка”, БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге совхоз, “Раевка”, “Әлшәй” бик яҡшы эшләне. Был алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларын крәҫтиән хеҙмәтен баһалай белгән булдыҡлы шәхес­тәр етәкләне. Уларҙың исеме бөтә республикаға яҡшы таныш: Социалистик Хеҙмәт Геройҙары – “Завет Ленина” колхозы һауын­сыһы Сафура Суфиянова һәм ошо уҡ хужалыҡтың комплекслы бри­гадаһы бригадиры Дмитрий Злыдников, “Правда” колхозының Ленин ордены менән ике тапҡыр бүләк­ләнгән рәйесе А. Зиннәтуллин һәм башҡа бик күп хеҙмәт алдын­ғылары. Ниндәй ҡеүәтле ит комбинаты, консерва һәм май заводтары, Раевка элеваторы, тимер юл ойошмалары бар ине.

Ул эшләгән осорҙа шәкәр заводы сафҡа индерелә, яңы торлаҡ биҫ­тәһе төҙөлә. 12 мең баш мал аҫралған, даны бөтә илгә яңғы­раған “Яңы Раевка” мал һимертеү совхозы эш башлай. Ташлы, Торонтайыш, Ғәйниямаҡ ауылдарында иҫке ағас биналар урынына яңы мәктәптәр ҡалҡып сыға. Район үҙәге төҙөкләндерелә, асфальт юлдар һалына. Тимер юл аша бик мөһим юл үткәргес төҙөлә, Ыҫлаҡ һыу һаҡлағысы барлыҡҡа килә.

Илдә үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, Зифҡәт Ислам улы малсылыҡ һәм аҙыҡ етештереү ғилми-тикшеренеү институтына етәкселек итә. Биш йылдан һуң уны Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутат итеп һайлайҙар. Аҙаҡ республикаға ҡайтып, “Башптицепром” етәксеһе вазифаһын башҡара, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Аграр мәсьәләләр, хеҙмәт ресурстары, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология проблемалары тап уның һөнәре менән тығыҙ бәйләнгән була.

Зифҡәт Сәйетғәлиевтең ҙур тәжрибәһе, киң ҡоласлы белеме һәм абруйы бөгөн дә һорау менән файҙалана. Ғалим һәм крәҫтиән­дең ҡарашы үҙгәрешһеҙ: ауылды һаҡларға кәрәк! Ошондай маҡсат менән ул Илеш районындағы тыу­ған ауылында хужалыҡты нығытыу эшенә тотондо. Бына биш йыл инде Рәзил Мусин исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә етәкселек итә.

– Әлшәй районындағы хеҙмәт осоро – тормошомдоң иң сағыу, уңышлы мәле. Әлшәйҙәр уңған, тырыш, берҙәм, ҡунаҡсыл халыҡ булып һаман да күҙ алдымда тора, – ти юҡһынып, үткәндәрҙе иҫкә ала Зифҡәт Ислам улы. Күпме йылдар үтеп, күпме һыуҙар аҡҡан, ә ул һаман да бергә эшләгән хеҙмәт алдынғыларын, бригадир­ҙарҙы, һауынсыларҙы, механиза­торҙарҙы, етәкселәрҙе исемләп бе­лә һәм хәтергә ала, уларға ауыл хужалығындағы ауыр, мөһим эштә­ре өсөн рәхмәт әйтеүҙән бушамай. Ауылдарҙың яңырыуына, ҡеүәтлә­неүенә уның ышанысы көслө.

 

Фәнүзә СӘЛӘМОВА.

Читайте нас: