Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2022, 11:15

Был кешеләр иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ

Республика етәксеһе белдереүенсә, ирекһеҙ күскенселәр өсөн шәхси яуаплылыҡты Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары хакимиәттәре башлыҡтары тотасаҡ.

Был кешеләр иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ
Был кешеләр иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, апрель аҙағында Башҡортостанға Донбасс һәм Украинанан 306 ирекһеҙ күскенсе килде. Улар араһында 69 бала, инвалидтар һәм өлкән йәштәге кешеләр бар. Уларҙы Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалыһында урынлаштырҙылар.

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был кешеләр тураһында әйтте. Республика етәксеһе белдереүенсә, улар өсөн шәхси яуаплылыҡты Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары хакимиәттәре башлыҡтары тотасаҡ.

– Башлыҡ Хакимиәте һәм Хөкүмәт координация алып бара, ә тулы яуаплылыҡ был кешеләр урынлаштырылған ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары иңенә һалына. Бөтә килеп тыуған мәсьәләләрҙе лә эш тәртибендә хәл итегеҙ. Документтар, эшкә урынлаштырыу, балаларҙы уҡытыу – бөтә мәсьәләләр ҙә ваҡытында эшләнһен, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: