

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының 1-се урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында булған тантаналы саралар тураһында түбәндәгеләрҙе яҙҙы:
Барлыҡ глобалистарҙың ышандырыуҙарына ҡарамаҫтан, милли дәүләт глобаль хәүефтәрҙән - пандемия булһынмы, хәрби хәүефме йәки иҡтисади көрсөкмө - һаҡлай алырлыҡ берҙән-бер институт булып ҡала. Бөгөн меңләгән егеттәребеҙ, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, дәүләт мәнфәғәтен яҡлағанда, дәүләт символдарына иғтибар – беҙҙең армия һәм флот менән теләктәшлекте, ярҙам сараһын сағылдыра.
Еңеү көнөнөң дауамы яҡшы – унда илдең һәм халыҡтарҙың берҙәмлеге тойолдо. Үткән 9 Май ҙа барлыҡ Рәсәй өсөн үҙенсәлекле булды, барлыҡ телмәрҙәр, лозунгылар ҙур мәғәнәгә, тәрән йөкмәткегә эйә.
8 майҙа “Хәтер баҡсаһы” халыҡ -ара акцияһы менән “Патриот” республика паркына нигеҙ һалынды, "Авангард" үҙәгендә 1 июндән туғыҙынсы класс уҡыусылары башланғыс хәрби әҙерлек үтә башлаясаҡ. Был парк ҡалабыҙҙа йәшәүсе күптәргә оҡшар тип уйлайым. Сөнки был ваҡытҡа илдәге иң ҙур трассаларҙың береһе “Батырҙар уҙышы” барлыҡҡа киләсәк.
Илһөйәрлек эше Радий Хәбиров сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Бындай күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу рухи көс бирә.
Фото: Азат Бадрановтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.