Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2022, 13:30

Быйыл һабантуйҙар гөрләйәсәк!

Әле Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәренең иң ҡыҙған мәле. Эштәрҙең яртыһы тамамланған.

Быйыл һабантуйҙар гөрләйәсәк!
Быйыл һабантуйҙар гөрләйәсәк!

Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Хөкүмәттәге кәңәшмәлә белдереүенсә, әле Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәренең иң ҡыҙған мәле. Бөтә райондарҙа ла ауыл хужалығы эшсәндәре сәсеү менән була. Тәүлек һайын 130 мең гектар ер сәселә, 10 майға ҡарата планлаштырылған майҙандың яртыһы йәки 1 миллион 81 мең гектар ер сәселеп бөткән дә.

Йола буйынса, иң күбе иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар (723 мең гектар), майлы культуралар (259 мең гектар) һәм шәкәр сөгөлдөрө (28,1 мең гектар) сәселгән.

Дәүләт ярҙамы сиктәрендә ауыл хужалығы етештереүселәре техника һәм минераль ашламалар алыу өсөн 3 миллиард 62 миллион һум субсидия алған.

– Быйыл яҙғы баҫыу эштәре былтырғы менән сағыштырғанда графиктан ике көн алда бара. Май аҙағына тиклем төп яҙғы культураларҙы сәсеп бөтөргә планлаштырабыҙ, – тине Илшат Фәзрахманов.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә республика райондарында һабантуйҙар үткәреүгә әҙерлек башларға ҡушты.

– Ауыл хужалығы эштәренең йылдам барыуын иҫәптә тотоп, һабантуйҙар графигын булдырырға һәм муниципалитеттар менән ойоштороу эштәрен башлауҙы һорайым, – тине Радий Хәбиров. – Ә беҙҙең аграрийҙарға сәсеү кампанияһын уңышлы тамамлауҙы теләйем. Быйылғы йылдың тәүге кварталында ауыл хужалығы тауары индексы 99,1 процент тәшкил итте. Бергә был күрһәткесте яҡшырта алырбыҙ тип ышанам.

Фото: ukdevilz.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: