Яҡташтарымдың бөтә йорт-ҡура мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып тороп, ҡул эштәрен өйрәнеүгә ихлас тотоноуына һоҡланмау мөмкин түгел.
Һеҙҙә балаҫ һуғалармы?
Беҙҙә балаҫ һуғалар.
Эшләйҙәр ҙә, йырлайҙар ҙа,
Беҙҙә ҡыҙҙар уңғандар.
Балаҫ һуғыу – халҡыбыҙҙың боронғо милли шөғөлдәренең береһе. Элек ҡыҙҙарҙы кейәү йортона оҙатҡан саҡта мотлаҡ рәүештә бирнәлек балаҫ һалғандар. Келәм һуғыу кеүек боронғо халыҡ кәсебе тамырҙары менән тарих төпкөлөнә китә. Элек был һөнәр тормошта бик кәрәкле булған. Һәр ҡатын-ҡыҙ уны күңел йылыһын биреп башҡарған.
Ишембай районының Иҫәкәй ауылында йәшәгән ҡул оҫтаһы Флүрә апай балаҫ һуғыу серҙәрен ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға өйрәтергә теләй. Тәүге көндө ептәргә бәйле аңлатыу эштәре башҡарылды. Был һөнәрҙең беҙ өйрәнәһе нескәлектәре күп икән. Бик мауыҡтырғыс шөғөл икән балаҫ һуғыу!
Башҡорт балаҫтары матур,
Оҫта итеп һуғайыҡ.
Күҙҙең яуын алһын тиһәк,
Сағыу ептәр ҡуяйыҡ.
Иҫәкәй ҡатын-ҡыҙҙарының дәрте, эшһөйәрлеге башҡаларға ла күсһен!
Мәҙинә АЛТЫНБАЕВА.
Ишембай районы.