Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, рәсми теркәлмәйенсә, 90-сы йылдарҙа уҡ йәмәғәт ойошмаһы булараҡ эш башлай. Ойошманың эшмәкәрлеге башҡорт халҡының үҙаңын, традицияларын һаҡлауға, туған телебеҙҙе яҡлауға, бай тарихыбыҙҙы киләсәк быуынға тапшырыуға йүнәлтелгән.
Һуңғы 22 йылда был ойошмаға Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев етәкселек итә. Ошо ваҡыт арауығында белореттар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индереп эшмәкәрлек итә, район ҡоролтайы тарафынан бик күп эштәр башҡарыла. Район һәм ҡала халҡының рухи үҫеше өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыла, Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында закондың үтәлеше контролдә тотола, халыҡ һаулығын һаҡлау һәм демографик хәлде яҡшыртыу буйынса даими саралар үткәрелә, йәш быуынға белем биреү системаһы камиллаштырыла, дәүләттең йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, уларҙы әүҙем йәмәғәт эшенә йәлеп итеү, спортҡа, мәҙәниәткә ылыҡтырыуҙа ныҡышмалы эш алып барыла.
Белорет башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙарының исемдәрен тергеҙеү һәм мәңгеләштереү буйынса күп эш башҡара. Уларҙың исеме мәктәптәргә, музей, мәҙәниәт йорттарына, урамдарға бирелә. Яныбай Хамматов, Зөбәй Үтәғолов исемендәге, шағирҙарға “Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор” премиялары булдырыла. Ырыуҙар тарихын барлау, шәжәрәләр төҙөү, ер-һыу атамаларын, ауылдар тарихын өйрәнеү әүҙем бара. “Шәжәрә”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, ырыуҙар, йола байрамдары үткәрелә. Боронғо традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, борондан килгән кәсепселек, һөнәрселекте үҫтереү буйынса эштәр йәнләндерелә, йәштәргә, балаларға, халыҡҡа дөрөҫ дини тәрбиә биреү мәсьәләһе юлға һалына.
Балаларҙы туған телдә уҡытыу сифатын яҡшыртыу маҡсатында мәғариф идаралығы менән берлектә саралар, рейдтар, конкурстар ойошторола, асыҡ дәрестәр үткәрелә.
III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан алып район һәм ҡала ҡоролтайының эш пландарының береһе булып эскелеккә ҡаршы көрәште нығытыу билдәләнә. Халҡыбыҙҙы наркоманиянан, енәйәтселектән ҡурсалауға йүнәлтелгән эштәр башлана. Һуңғараҡ ауыл хакимиәттәре араһында “Айыҡ ауыл” конкурстары киң йәйелдерелә.
Башҡарылған эштәр тураһында район ҡоролтайының трибунаһы һаналған “Урал” гәзитендә “Ҡоролтай”, “Башҡорт донъяһы”, “Ағинәйҙәр”, “Аҡһаҡалдар”, “Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ”, “Замандаш”, “Нисек йәшәйһең, ауыл?”, “Тарихыбыҙ” һәм башҡа рубрикаларҙа мәҡәләләр даими баҫылып тора.
Күптән түгел Белорет башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы үткәрелеп, уның составы яңыртылды, пландары, маҡсаттары барланды.
Белорет башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Эльза Мөхәмәҙиева һайланды.
– Миңә белдерелгән ышаныс өсөн барыһына ла рәхмәт. Әлбиттә, был эш өҫтәмә яуаплылыҡ, тырышлыҡ талап итә. Әммә шуныһы ҡыуандыра: тырыш, егәрле һәм, иң мөһиме, заман бергә атлаған милләттәштәребеҙ ҡоролтай ағзаһы булып тора. Шуға күрә лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы биргән бар мөмкинлектәрҙән дөрөҫ файҙаланып, артабанғы үҫеш өсөн бергәләп эшләрбеҙ, Белорет башҡорттарының әүҙемлеген, рухын бар республикаға танытырбыҙ, тип ышанам. Беҙҙең девиз да “Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!” тип атала. Берҙәмлек, уртаҡ көс менән уңыштар яуларға беҙҙең бар мөмкинлектәр ҙә бар, – тине яңы етәксе.
Римма Солтанова