Хәҙер табиптар сабыйҙы мөмкин тиклем оҙағыраҡ – ике-өс йәшенә тиклем күкрәк һөтө менән туҡландырыу яҡлы. Әсә һөтөн оҙон-оҙаҡ, хатта дүрт-биш йәшенә тиклем имгән балалар элек тә булған. Бер танышым ошоға бәйле ҡыҙыҡ хәл һөйләгәйне.
“Бәләкәй ҡустыбыҙ биш йәшенә тиклем күкрәк һөтө имде. Әсәйем уны был ғәҙәтенән арындырыу өсөн ниҙәр генә ҡыланманы, әммә файҙаһы булманы. Иң ҡыҙығы ҡунаҡтар килһә була торғайны. Элек ауылдарҙа айырыуса ҡыш көндәре ҡунаҡ йыш булды, туған-тыумасалар сиратлап һуғым ашына саҡырыша, гөрләшеп-йырлашып эй оҙаҡ ултыра. Беҙ, балалар, атай менән әсәйҙең йоҡо бүлмәһендә сабыр ғына көтөп ултырабыҙ, йә уйын уйнайбыҙ. Ҡунаҡтар оҙағыраҡ ултырып ташлаһа, ҡустым сабырһыҙлана башлай, ишектән башын тығып ҡарап-ҡарап ала, ҡайтырға уйламайҙармы, йәнәһе. Шунан бер мәл түҙмәй, тамаҡ ҡырып ала ла:
- Әсәй, бүлмәгә инеп сыҡ әле! – тип етди генә өндәшә.
- Эй, бәпесемде, асыҡтыңмы? – тип килеп инә әсәйебеҙ. Беҙ һеңлем менән шырҡ-шырҡ көлөшәбеҙ, сөнки бәпесенә йәйгеһен биш йәш туласаҡ.
Шул йылдың йәйендә ҡустыбыҙ үҙенән-үҙе имеүен ташланы. Хәҙер инде уның да йәше 40-ҡа яҡынланы. Һеңлем менән икәүләп тегенең ишектән башын тығып, тамаҡ ҡырып тороп әсәйҙе саҡырыуын үҙенә һөйләп көлөшөп алабыҙ”.
Фото: woman.forumdaily.com