Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май , 09:29

“Самауырлы” Зөлхиәнән – күҙҙең яуын алыр әйберҙәр

Асҡар оҫтаһының даны тирә-яҡҡа таралған.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Милләт әсәһе” миҙалына лайыҡ булған Зөлхиә Исхаҡованы әбйәлилдәр оҙаҡ йылдар райондың йөҙөк ҡашы булған “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ етәксеһе булараҡ яҡшы белә. Зөлхиә Рәшит ҡыҙы етәкселек иткән осорҙа ансамбль Австрия, Германия, Испания һәм Португалия илдәрендә, Рәсәйҙең күп ҡалаларында була, Башҡортостандың төрлө райондарын, бүтән өлкәләрҙе, күрше республикаларҙы урап сыға. Волга буйы ҡалаларына сәйәхәттә ҡатнаша, ЮНЕСКО янындағы халыҡ ижады ассоциацияһының ағзаһы итеп алына. 

Хатта уның өсөн генә билдәле хореограф Илдус Хәбиров “Зөлфиә” исемле бейеү һала, һәм халыҡ уны үҙгәртеп аҙаҡ “Зөлхиә” тип атап та ҡуя. “Йәшлек”тең тәүге бейеүселәре – Йәмилә Айытбаева менән Хәмиҙә Дәүләтбаева баштарына самауыр ултыртып бейей. Өфөлә үткән бер  концертҡа был апайҙар ни өсөндөр бара алмай, һәм ансамблдең “Һауынсыларҙа ҡунаҡта” бейеүен сәхнәгә сығарыу өсөн Зөлхиә Рәшит ҡыҙы, батырсылыҡ итеп, өҫтөнә сәйнүк ҡуйылған самауыр тирәләй балғалаҡтар һалынған алты пар сынаяҡ ултырған батмусты башына ултыртып, бейергә сыға. Шулай ул райондаштары араһында “Самауырлы Зөлхиә” булып та китә.

Ә бына “Самауырлы Зөлхиә”нән алтын ҡуллы оҫтаға әүерелеүе – икенсе тарих. Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Бөгөн ул бәйләгән сумкалар, төрлө кейем, ҡатын-ҡыҙҙарҙың боронғо биҙәүес әйберҙәре, селтәр, ҡашмау, хәситә, балалар өсөн юбка-итәктәр, күлдәктәр, ҡатын-ҡыҙҙарға бәйләнгән кардиган, кофта, пальто, шапка-шарфтар, сәйнүктәр өсөн япмалар, төрлө паннолар – барыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ ысын сәнғәт өлгөләре. Заманса биҙәлеш, бәйләм, тегеү, сигеү менән бергә боронғолоҡтоң матур өлгөләрен алып эшләгән ҡул эштәренә, ысынлап та, һоҡланмау мөмкин түгел. Уларға күпме күңел йылыһы, йөрәк моңо, күҙҙәренең нуры һалынған. Һәр әйбере, һәр эше юғары оҫталыҡ менән башҡарылған, уларҙағы төҫтәр сағылышы тап килеп тора. Бында ла геройымдың ғүмер буйы мәҙәниәткә һәм сәнғәткә һөйөүе асыҡтан-асыҡ сағылыш тапмай ҡалмаған. Һәр ғәмәлде шул тиклем юғары зауыҡ менән башҡара ул.

–             Һәр көнөм йәнле тормошта үткәнгәме, хаҡлы ялға сыҡҡас, ваҡыттың күп булыуына аптырап та ҡалдым. Тәүҙәрәк ял иттем, аҙаҡ нимәлер етмәгәндәй тойола башланы. Хәйер, мин ҡул эштәре менән элек тә шөғөлләнә торғайным. Үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән һәр кеше юғары мәҙәни бейеклеккә ынтыла, әйберенең башҡаларҙыҡынан айырылып тороуына ҙур иғтибар биреүсән. Тап шундай теләк мине үҙем теләгәнсә генә милли биҙәүестәр эшләүгә алып килде, артабан бәйләмгә тотондом. Теләк һәм дәрт булып та, ваҡыт етмәгән әллә күпме әйберҙәрем сират көтөп ятты, уларҙы эшләргә ваҡыт ҡалмай ине. Ниһайәт, күңелем төбөндә ятҡан бер шишмә урғылып сыҡҡандай, ошо яратҡан шөғөлөмә ныҡлап тотоноп киттем. Интернет мөмкинлектәренең күп булыуы мине йәнә дәртләндерҙе. Яңы шөғөл өйрәнеп, төрлө әйберҙәр эшләйем дә тағы икенсеһенә әүрәйем. Шулай ҡул эштәрем күбәйә барҙы, социаль селтәрҙә күреп, уны һораусылар ҙа табылды. Үҙем дә бер магазин хужаһы менән һөйләшеп, ҡайһы бер әйбер­ҙәремде, бигерәк тә сумкаларҙы һатыуға ҡуйҙым. Һораусылар ҙа, алыусылар ҙа бар. Кеше һорағас, дәртем артып, тағы ла эшләргә тотонам. Ана, башланған селтәрем ята, бына бәйләп бөтмәгән кардиган, сумка эшләп ултырам. Бар шөғөлөм – бер урында, ҡайһыһын теләйем, күңелем ниндәйҙе көҫәй, ҡулыма шуны алып эшләй башлайым, – тип серҙәре менән уртаҡлашты Зөлхиә ханым.

Зөлхиә Исхаҡова тыуҙырған илаһи матурлыҡты күреп, аптырап та киттем. Йортоноң бер бүлмәһе ысын мәғәнәһендә ижади оҫтаханаға әйләнгән: эшләгән әйберҙәренең ниндәйҙәре генә юҡ!

Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тигәндәй, геройым көндән-көн яңылыҡҡа ынтыла, төрлө йүнәлештә эшләп ҡарай, заманса шөғөлдәргә лә ҡыйыу тотона.

Кәримә УСМАНОВА 

Читайте нас в