Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2022, 09:00

Ҡунаҡҡоловтар ҡышты нисек сыҡты икән?

Фәиз менән Рәфис коронавирус эләктереп ауырыған...

Ҡунаҡҡоловтар ҡышты нисек сыҡты икән?
Ҡунаҡҡоловтар ҡышты нисек сыҡты икән?

Былтыр йәйҙән ҡышҡаса халыҡты Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынан ағалы-ҡустылы инвалидтар Рәфис, Рафиҡ һәм Фәиз Ҡунаҡҡоловтарҙың яҙмышы борсоғайны. Әле уларҙың хәле нисек икән? Нисек йәшәп яталар?

Баштан уҡ өс бер туғандың бихисап проблемаларын хәл итеүгә тотонған тележурналист Рәмзиә Кәримова тормош юлдашы менән май байрамдарында Ҡунаҡҡоловтарға барып ҡайтҡан. Ул был турала социаль селтәрҙә мәғлүмәт биргән.

"Ҡунаҡҡоловтарҙан барығыҙға ла ҡайнар сәләм! Өйҙәренә газ үткәреү буйынса кәңәш-төңәш итәйек тип байрамға ауылға ҡайтҡан арала барып сыҡтыҡ. Күптәр егеттәребеҙҙең хәле менән дә ҡыҙыҡһына ине. Егеттәр ҡышты имен-аман сыҡҡан, Фәиз менән Рәфис коронавирус эләктереп ауырып алған, әммә сиргә артыҡ бирешмәгәндәр. Һыу, санузел, канализация булғас, быйыл сатлама һыуыҡтарҙа инвалид коляскаһында ҡулдарын туңдырып тышҡа йөрөмәгәндәр, "урамда буран, мин өйҙә торам" тип, йылыла телевизор, интернет ҡарап ҡына ултырғандар. Тик мейескә утын яҡһаң, өй ҡапыл эҫей, таңға һыуына тиҙәр. Газ үтһә, бер генә температураға көйләп алырҙар ине лә бит!" – тип яҙған Рәмзиә.

Тимәк, артабанғы бурыс – ағай-эненең өйөнә газ үткәреү. Эштәр уң барһын!

Фото Р. Кәримованың сәхифәһенән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: