Раевка үҙәк район дауаханаһының нур диагностикаһы хеҙмәткәре Елена Арент әйтеүенсә, пандемия осоронда көнөнә 200-әр һүрәт эшләргә тура килгән. “Ковид сирлеләр күп ине. Аҙаҡ кабинетты йоғошһоҙландырабыҙ. Үҙебеҙ һаҡлағыс костюмдарҙа эшләйбеҙ. Был ауыр мәлде лә оҙаттыҡ. Хеҙмәттәштәребеҙ ҙә ауырыны. Сирҙе икешәр тапҡыр үткәргәндәр булды”, – ти Елена Владимировна.
Табип һөнәрен юҡҡа ғына һайламаған бит ул. Мәктәптә уҡығанда уҡ медицина хеҙмәткәре булырға теләгәнен аңлай. Бәләбәй медицина училищеһын тамамлай, ошо уҡ райондың ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эш башлай. Үҙе Бәләбәй районының Алексеевка ауылынан.
– Раевкала туғандарымда ҡунаҡта булғанда Әлшәй район дауаханаһының ҡабул итеү бүлеге шәфҡәт туташтары кәрәклеген белдем. Шунда эшкә урынлашҡым килде, “ҡарайыҡ, аҙаҡ күҙ күрер” тип уйланым. Ике йыл эшләгәндән һуң нур диагностикаһы бүлегенә эшкә күстем. Мине мөдир Рәйеф Харрас улы Моратхужин ҡуш ҡуллап ҡаршы алды. Курсты тамамлағандан һуң рентген лаборанты Валентина Остахова, Әлфирә Ибәтуллина, Валентина Матюха мине эшкә өйрәтте. Һәр биш йыл һайын квалификацияны камиллаштырыу курсын үтәбеҙ, даими уҡырға, өйрәнергә кәрәк, – ти Елена Арент.
Нур диагностикаһы бүлегендә эшләүенә лә 26 йыл булып киткән. Ә дөйөм хеҙмәт стажы – 32 йыл. Флюорография кабинетында пациенттарҙы ҡабул итеүҙән тыш, рентген кабинетында алмашлап дежур итергә тура килә. Тап ошо бүлеккә эшкә килеүенә ул һис тә үкенмәй. Рентген лаборанты хеҙмәте еңелдән түгел. Документтарҙы дөрөҫ тултырып алып барырға, пациенттарға тикшереү үткәрергә кәрәк. Дауаханала медицина ҡорамалдарының яңыртылыуына ул бик шат. Күптән көткән маммография аппараты алынған. “Беҙҙең эш сифаты хәҙерге заман медицина техникаһына бәйле, – ти Елена Владимировна. – Туберкулез һәм онкология сирҙәрен иртә стадияла асыҡлау мөмкинлеге тыуҙы. Коронавирус йоҡторған кешеләрҙең үпкәһенең зарарланыу дәрәжәһен аныҡ асыҡлап була”.
Еленаның ҡыҙы Наталья – һөнәре буйынса акушер-гинеколог, республика перинаталь үҙәгендә эшләй. Пациенттарға ультратауыш диагностикаһы үткәрә. Һөнәрҙе әсәһенән күрмәксе һайлаған.
Елена Владимировнаның ғаиләһе үҙенсәлекле, төрлө мауыҡтырғыс шөғөлдәре менән кешеләрҙе шаҡ ҡатыралар. Уның ошо йәштә “ҡурсаҡ уйнауы”, береһенән-береһе матурыраҡ уйынсыҡтар тегеүенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Бала саҡтан ҡурсаҡ уйнап үҫкән ҡыҙҙың теләге оло тормош юлына сыҡҡас та һүрелмәгән. Бынан ун йыл элек үҙе лә һиҙмәҫтән ошо шөғөлгә тотона. Тәүге ҡурсағын энәләр менән бәйләп эшләй. Интернетта уҡыу курсын үткәс, уйынсыҡтарҙы тегә башлай. Яңылыҡ һәр саҡ мауыҡтыра, дәртләндерә бит, тегергә, киҫергә, йыйырға тиҙ өйрәнә һәм бына ул – мөғжизә! Күҙҙәре – төймә, сәстәре – ебәк, кейгән кейемен билдәле дизайнерҙар теккән тиерһең! Әлегә ҡурсаҡтар коллекцияһы ҙур булмаһа ла, пландар етерлек. Уларҙы төрлө техника менән, төрлө стилдә эшләү теләге бар. Бармаҡ башындай аяҡ кейемен тегеү өсөн дә оҫта булыу кәрәк. Тауарҙы ул Раевка магазиндарынан һатып ала. Бәләкәй генә ҡурсаҡты ижад итеү өсөн дә күп ваҡыт, ҙур хеҙмәт талап ителә. Был эш менән шөғөлләнеү өсөн өйҙә айырым бүлмә булдырылған.
Еленаның тормош иптәше Александр – радиоһәүәҫкәр. Раевка шәкәр заводында слесарь булып эшләй. Кәштәләрҙә теҙелеп киткән матурҡайҙар бүлмәне йәмләй, өҫтәлдә – ҡыҙы Наталья бүләк иткән теген машинаһы. Елена Арент “Бәйләнештә” селтәрендә үҙенең яратҡан шөғөл нескәлектәре менән уртаҡлашырға ла әүәҫ.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Әлшәй районы.