Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2022, 22:45

Беҙҙең проекттар федераль кимәлдә баһаланды

Рәсәй Төҙөлөш министрлығына 84 субъекттан 400 заявка килгән була.

Беҙҙең проекттар федераль кимәлдә баһаланды
Беҙҙең проекттар федераль кимәлдә баһаланды

Яңауыл ҡалаһы һәм Үрге Ҡыйғы ауылы 2021 йылда төҙөкләндереүҙең иң яҡшы тәжрибәһе федераль реестрына инде.

Уға Рәсәйҙең 60 төбәгенең 110 муниципаль берәмегенән уңайлы ҡала мөхитен булдырыу маҡсатындағы 120 проект инә. Рәсәй Төҙөлөш министрлығына 84 субъекттан һәммәһе 400 заявка килгән була.

Башҡортостандан ике номинация буйынса ете проект тәҡдим ителә.

“Майҙандарҙы, урамдарҙы, бульварҙарҙы, скверҙарҙы, яр буйҙарын йәмәғәт биләмәһе булараҡ төҙөкләндереү” номинацияһында Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында аллеяны һәм Яңауыл ҡалаһының “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы”н төҙөкләндереү проекттары еңеүсе тип табыла.

"Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса проекттарыбыҙҙың федераль кимәлдә юғары баһаланыуы эштең дөрөҫ йүнәлештә алып барылыуын дәлилләй, артабанғы эшмәкәрлеккә ышаныс бирә. Проектлаусыларға, төҙөүселәргә һәм төҙөкләндереү өсөн ошо биләмәләргә тауыш биргәндәргә ҙур рәхмәт", - тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: